Үҫеш юлдары бар09.04.2013
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов “Эксперт” медиа-холдингының “Русский репортер” аҙналыҡ журналы баш мөхәрриренең беренсе урынбаҫары Владимир Шпак һәм баҫманың фән бүлеге мөхәррире Григорий Тарасевич менән осрашыу үткәрҙе.

Унда “Өфө-24” проектының барышы һәм артабанғы хеҙмәттәшлек хаҡында һүҙ барҙы. Республика Президенты Башҡортостандың үҫеш мөмкинлектәрен нисек күреүе хаҡында һөйләне. “Өфө-24” проектында ҡатнашыусыларға ул “кешеләр файҙаһына уңышлы һәм намыҫлы эш” теләне.
Ҡала тормошоноң бер көнөнә арналған “Өфө-24” проекты 5 апрелдә тормошҡа ашырылды. Унда Калининградтан алып Владивостокка тиклем бик күп төбәктәрҙән 200-ҙән ашыу журналист ҡатнашты, Өфөнөң һәм республиканың 300 нөктәһенән “Русский репортер” журналы сайтында тәүлек буйы тапшырыуҙар алып барылды.


Вернуться назад