11 апрелдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Президент менән һөйләшеү” программаһында республика халҡының һорауҙарына яуап бирә. Тапшырыу киске сәғәт 9-ҙа башлана.
Республика етәксеһенә һорауҙарҙы
[email protected] электрон почтаһына ебәрергә мөмкин. Бынан тыш, 8–11 апрелдә күп каналлы “ҡыҙыу элемтә” телефоны эшләй: +7 (347) 280-85-75. Һорауҙар көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға тиклем ҡабул ителә.
Рөстәм Хәмитов менән бындай һөйләшеү бишенсе тапҡыр үткәрелә.