Ялҡау – сәбәбен, йүнсел әмәлен табыр09.04.2013
Ҡыпсаҡ-Асҡар мәҙәниәт йортонда үткән ауыл йыйынына район хакимиәте башлығы урынбаҫары З. Әхмәтов, район Советы секретары Ф. Хәйбрахманов, төрлө кимәлдәге етәкселәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре һәм белгестәр килде. Халыҡ бындай осрашыуҙарға ҡыҙыҡ эҙләп түгел, ә үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алыу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү өсөн йыйыла.
Ауыл Советы Ҡыпсаҡ-Асҡар, Отрада һәм Яңы Ҡыпсаҡ ауылдарын берләштерә. Биләмәлә социаль яҡтан әһәмиәтле бөтә объекттар ҙа – балалар баҡсаһы, бер урта, ике башланғыс мәктәп, почта бүлексәһе, мәҙәниәт йорто, ике клуб, бер нисә магазин – бар. Урындағы ауыл хужалығы предприятиеһы бөтөрөлгәс, эшһеҙлек бында төп проблемаларҙың береһенә әүерелде, халыҡ башлыса шәхси хужалыҡтан алынған табыш менән йәшәй. Күптәр ихата тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Нисек тә әмәлен табып, юҡты бар итергә тырыша йүнселдәр. Шәхси ҡулдарҙа трактор, йөк машинаһы һәм башҡа техниканың күп булыуы, өс пилорама эшләүе халыҡтың әкренләп булһа ла баҙар шарттарына яраҡлашыуын, тормошҡа ҡарашы үҙгәрә барыуын күрһәтә. Кемдәндер ярҙам көтөп ятыуҙың файҙаһыҙ икәнлеген аңлай бөгөн ауыл кешеһе.
Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Р. Ғәзизов, ошо хаҡта ентекләп һөйләгәндән һуң, республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаның ниндәй маҡсатта тотонолоуын аңлатты.
Артабан район үҙәгенән килгән етәкселәр, белгестәр һүҙ алды. Халыҡ уларға үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы биреп ҡалырға тырышты. Бигерәк тә район дауаханаһының баш табибы Н. Зыязетдиновҡа мөрәжәғәт итеүселәр күп булды. Мәҫәлән, дарыуҙарға льготалар, фельдшер-акушерлыҡ пункттарының эше тураһында ҡыҙыҡһындылар, ҡайһы бер табиптарҙың ҡабул итеү графигы ауыл кешеһе өсөн уңайлы булмауын да әйтеп үттеләр.
Райондың ветеринария хеҙмәте етәксеһе Х. Шәрипов ҡотороу һәм эхинококкоз кеүек йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү саралары, урамда йөрөгән хужаһыҙ эттәрҙең ошо сирҙәрҙе таратыуы хаҡында һөйләне.
Полиция вәкиле В. Минһажев әйтеүенсә, былтыр Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл биләмәһендә 27 енәйәт ҡылынған, шуның яртыһы иҫерткес эсемлек ҡулланыуға бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эскелек проблемаһы ҡыпсаҡтарҙы ситләп үтмәй. Бөгөн ир-аттың ғына түгел, оло йәштәге инәйҙәрҙең дә шешәгә үрелеүе оло борсолоу тыуҙыра. Эш эҙләп Себергә киткән ҡайһы берәүҙәрҙең сатлама һыуыҡта көс түгеп тапҡан аҡсаһын ауылда араҡыға туҙҙырыуы ла аңларлыҡ хәл түгел. Йыйында ҡатнашыусылар хоҡуҡ һаҡлау органдарының көмөшкә ҡыуыусыларға һәм сифатһыҙ араҡы һатыусыларға ҡарата ҡәтғи саралар күреүен һораны.
Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге етәксеһе Р. Байбурина, газ иҫәпләү приборҙарын урынлаштырыу шарттары һәм теш протездары ҡуйыуға льготалар тураһында аңлатып, ошо программаларҙы әүҙемерәк файҙаланырға саҡырҙы.
Ғөмүмән, һөйләшеү ике яҡ өсөн дә һөҙөмтәле булды. Юлдарҙы, зыяраттарҙы төҙөкләндереү, сүплектәрҙе кәртәләү кеүек мәсьәләләрҙе үҙҙәре лә хәл итә аласағын, ә бына ауыл мәсетенең, бөгөн ташландыҡ хәлдәге фермаларҙың артабанғы яҙмышын билдәләүҙә район етәкселәренең ярҙамы кәрәклеген белдерҙе ҡыпсаҡ-асҡарҙар. Берҙәмлектә – көс, ти халыҡ. Ниәттәр һүрелмәһен, әйтелгәндәр ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын ине.