Һалдаттарға... швед өҫтәле09.04.2013
Һалдаттарға... швед өҫтәлеҺалдаттарҙы сылғауҙан, алмаш яғаларҙан ҡотолдорған оборона министры Сергей Шойгу әле, Тыуған илде һаҡлаусыларҙың туҡланыу рәүешен үҙгәртергә уйлап, швед өҫтәлен тәҡдим итә.
Яңы алымды мартта Үҙәк хәрби округында хеҙмәт итеүсе һалдаттар "тәмләп" ҡараны ла инде. Йыл аҙағына тиклем бөтә хәрби частарҙы һәм берләшмәләрҙе яңы системаға күсермәкселәр.

Рәсәйҙең Оборона министрлығы, хәрбиҙәрҙән аҡса йәлләмәүен раҫлап, һәр һалдатҡа көнөнә 195 һумлыҡ аш-һыу тәҡдим итәсәк. Быға тиклем әлеге сығым 115 һум булған. Әлбиттә, министрҙың яңылығы төрлөсә ҡабул ителә, Интернет төрлө реплика менән тулған. Берәүҙәр "Сылғауһыҙ, һоло бутҡаһыҙ, салоһыҙ ниндәй армия булһын инде?" – тип һөйләнһә, бәғзеләр заманса үҙгәреште хуплай.
– Армияла швед өҫтәле – Рәсәй өсөн генә яңылыҡ, сөнки донъяның бөтә армияларында ла һалдаттар күптән инде ошо рәүешле туҡлана, – ти хәрби прозаик Аркадий Бабченко. – Беҙҙә шундай әйтем бар бит, уны армияла булған һәр егет белә: "Дембелдән һуң аттың күҙенә ҡарауы ла уңайһыҙ, сөнки хеҙмәт иткән осорҙа һолоно күп ашағанбыҙ". Һалдат ашы төрлөлөгө менән һис ҡасан айырылманы, һайлау мөмкинлеге лә сикле булды. Байрамдарҙа ғына йәшелсә, емеш-еләк, тәм-том бирерҙәр ине.
Шулай ҙа "мәңге ас" һалдаттар өсөн бөгөн ҡыуаныс кисерергә була. Исмаһам, яңы ғына ата-әсә йортонан ситкә сығып, хеҙмәткә алынған йәш малайҙар дембелгә йыйынғандарҙан ҡалған ашҡа күҙ һалмаҫ.
Оборона министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һалдаттарҙы швед өҫтәленә күсереү программаһы әле 37 процентҡа үтәлгән. Тимәк, бөгөн Рәсәй армияһының байтаҡ ашханаһында хәрбиҙәр төшкө һәм киске аш мәлендә беренсе, икенсе блюдоларҙың үҙенә оҡшаған төрөн һайлап алыу мөмкинлегенә эйә. Бынан тыш, салат, гарнир һәм төрлө емеш һуттары ла бирелә.
Армияла швед өҫтәлен индереү хаҡында ҡарар, әйткәндәй, 2011 йылдың авгусында ҡабул ителгән, әммә быйыл ғына, яңы министр иғтибар үҙәгенә алғас, тормошҡа ашырыла башлаған.
Рәсәйҙең 16 мең кешене хеҙмәтләндереүсе 23 хәрби ғәскәри ашханаһы швед өҫтәленә февралдә үк күсте. Яңы системаның икенсе этабы быйылғы 1 июлгә тиклем дауам итә. Оборона министрлығынан белдереүҙәренсә, марттың тәүге көндәрендә тағы 21 ашхана ошо ысул менән хеҙмәтләндереүгә тотонған. Ә инде өсөнсө этапта, 2013 йылдың 30 ноябренә ҡәҙәр, 92 стационар һалдат ашханаһы швед өҫтәлен үҙ итәсәк. Хәрби частарҙы был ысулға 2015 йылда ғына тулыһынса күсереп бөтөүҙе күҙаллайҙар. Шулай итеп, 406 мең хәрби хеҙмәткәр туҡланған 839 ашхана швед ысулына яраҡлашасаҡ.
Бөгөнгө һалдат кафелағы кеүек хеҙмәтләндерелә. Тик бинаның интерьеры башҡаса һәм яҡтылыҡ һүрәнерәк. Иң мөһиме – хәрбиҙәр аҡсаһыҙ туҡлана һәм аҙыҡты күпме теләй, шунса һалып ала. Аш-һыу тиҙ генә һыуынып өлгөрмәй, сөнки һалдат килеп алғансы даими температурала тотола. Бынан тыш, төрлө ризыҡ өсөн витриналар, һыуытҡыслы салат-барҙар бар. Унда һәр кем, төрлө ингредиент ҡушып, үҙе салат әҙерләй ала. Төрлө соус, ҡаймаҡ, кетчуп, уксус, керән пастаһы, һыйыр майы – йәнең ни теләй, рәхим ит!
Оборона министрлығынан белдереүҙәренсә, әле швед өҫтәлендә ике төр йылы аш, өс төр икенсе блюдо, өс гарнир, биш төрлө һут тәҡдим ителә. Һалдаттан әлеге хөрриәт хаҡына Ватанға тоғро хеҙмәттән башҡа бер ни талап ителмәй.


Вернуться назад