Инйәрҙә боҙ йыл һайын тиерлек бер үк ваҡытта — 10 апрель тирәһендә — ҡуҙғала. Бынан 75 йыл элек тә шулай була. Аҡтарылып боҙ ҡуҙғалғанда яҡты донъяға бер ҡыҙ бала ауаз һала. Әсәһе ул ваҡытта ниҙәр кисергәнен әйтеүе ҡыйын, сөнки бынан бер нисә ай элек кенә ирен "халыҡ дошманы" тип ҡулға алған булалар. Ғаиләлә унан башҡа тағы ла ике бала үҫә...
Аслыҡ, яланғаслыҡ заманы булһа ла, сабыйға тик бәхетле тормош юрайҙар. Ажғырып килгән эре боҙ киҫәктәренә ҡарап: "Ауырлыҡтарға бирешмәҫ был бала, ана, ниндәй ваҡытта тыуған кеше ул", — тиҙәр, бәләкәсте ҡулдарына алып.
Ҡәҙерлебеҙ Нәсимә Ибраһим ҡыҙы Сәйғәфәрова, ысынлап та, тормошонан ҡәнәғәт. Бер ваҡытта ла уның бошоноп ултырғанын күрмәҫһең. Ә, уйлап ҡараһаң, донъяның әсеһен-сөсөһөн аҙ татымаған бит. Аталары төрмәнән 10 йыл үткәс кенә ҡайта. Инде иркенләп йәшәй башланым тигәндә, ниндәйҙер ғәйебен табып, йәнә биш йылға ябып ҡуялар. Әсәйҙәренә өс ҡыҙын яңғыҙ тәрбиәләргә тура килә. Хужалыҡ эшенә лә, йорт-ҡура мәшәҡәттәренә лә өлгөрөргә кәрәк. "Халыҡ дошманы" ғаиләһенә йәмғиәттә мөнәсәбәт тә икенсе була. Улар мәктәптә лә, урамда ла кәмһетеү һүҙҙәрен йыш ишетә. Түҙәләр. Олатайыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайта, ғәйепһеҙ икәнлеге лә асыҡлана.
Әсәйебеҙҙең атайыбыҙ Хәсән Хөсәйен улы менән бергә үткән тормош юлы — ғүмеренең иң бәхетле миҙгелелер, моғайын. Улар алты балаға ғүмер бүләк итте. Икеһе лә тырышып, ал-ял белмәй эшләне. Тимер юл төҙөлә башлағас, әсәйебеҙ ҡатын-ҡыҙҙар араһынан иң беренселәрҙән булып шунда эшкә төштө. Атайым ғүмер буйы урман хужалығында бил бөктө. Уларҙың бер-береһенә тауыш күтәргәнен ишетмәнек, ҡәҙерлеләребеҙҙең наҙына, иркәләүенә күмелеп үҫтек. Атайыбыҙ ғына арабыҙҙан иртәрәк китеп барҙы. Баҡый донъяға күсеүенә байтаҡ йыл үтһә лә, уны һаман һағынабыҙ, юҡһынабыҙ.
Әсәйебеҙ өлкән йәштә инде, ләкин бирешмәй, донъяһын бына тигән итеп көтә. Бер ваҡытта ла унан кеше өҙөлмәй. Ҡот ҡойоусы тигән даны тирә-яҡҡа таралған. Әллә ҡайҙарҙан ярҙам һорап киләләр. Ауылдаштарының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй әсәйебеҙ.
Беҙ уның янына ашҡынып ҡайтабыҙ. Ул ваҡытта инде нимәһен алып, нимәһен ҡуйырға белмәй. Үҙен дә йышыраҡ алып ҡайтып, ҡунаҡ итергә тырышабыҙ. Ул яныбыҙҙа булғанда күңелдәргә рәхәт, тыныс. Театрҙарға, концерттарға йөрөйбөҙ. Үҙе лә бик матур йырлай, йәшерәк сағында концерттарҙа, спектаклдәрҙә ҡатнашты, бигерәк тә башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарҙы. Бына шундай кеше ул беҙҙең әсәйебеҙ.