Бала күңелле табип06.04.2013
Бала күңелле табип– Районға юғары белемле медицина белгестәренең ҡайтыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ. Шөкөр, табиптарға булған ҡытлыҡ ниндәйҙер кимәлдә бөттө кеүек, – тип ҡаршы алды үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Хәйҙәров. – Уларҙың һәр береһе көндәлек тормошобоҙға яңы һулыш биргәндәй булды, йәштәрҙең етеҙ, сос булыуҙары ла һоҡландыра.

Төбәккә Башҡорт дәүләт медицина университетын төрлө йылдарҙа тамамлаған 11 белгес ҡайтҡан, шуның икәүһе – ошо райондан. Күптәре кеше фатирында, туғандарында көн итә, әммә тиҙҙән һәр ҡайһыһының үҙ йорто буласаҡ. Дәүләт тарафынан бүленгән бер миллион һум аҡсаны йәштәр фәҡәт торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә тотонорға йыйына.
Ләйсән Миңлеханова, 2010 йылда университет тамамлап, бер йыл интернатурала белем эстәгәндән һуң, "Ауыл табибы" программаһы тураһында ишетеп, ауыл еренә эшкә барырға йөрьәт итә. Ире лә, туғандары ла уның теләгенә ҡаршы килмәй.
– Әлбиттә, тәүге осорҙа көн дә тиерлек Өфөнән районға йөрөп эшләүе ҡыйынға тура килде, – ти Ләйсән. – Әле ауылда эш башлауыма һис кенә лә үкенмәйем, етмәһә, торлаҡлы ла буласаҡбыҙ.
Йәш белгес район үҙәгендә йә булмаһа берәй ауылда өй һалып сығыу хыялы менән йәшәй. Хакимиәт ярҙамынан өҙмәй, ер участкаһы бүлеүҙе хәстәрләй. Йорт төҙөргә урын булһа, туғандары ла ярҙам итергә әҙер.
Ләйсәндең табип һөнәрен һайлауына ата-әсәһе – Республика балалар клиник дауаханаһының эндоскопия бүлексәһендә шәфҡәт туташы булып эшләгән Раушания Ринат ҡыҙы менән ошо уҡ дауахананың водителе Зайсан Тимерйән улы сәбәпсе.
Ләйсәнгә, юғары белемле табип-педиатр булараҡ, балаларҙың һаулығын ышанып тапшырғандар. Изге күңелле, яғымлы тауышлы табипты дауаханаға күренергә килгән бәләкәстәр ҙә, уларҙың ата-әсәләре лә ихтирам итә.


Вернуться назад