Ҡаның ҡайнап тормаһын…06.04.2013
1948 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы барлыҡҡа килеү айҡанлы йыл һайын ошо көндә Һаулыҡ һаҡлау көнө билдәләнә һәм йәмәғәтселектең иғтибары өҫтөнлөклө проблемаға йәлеп ителә. Быйыл, мәҫәлән, иҫтәлекле көндө гипертонияға арнағандар.
Гипертония (ҡан баҫымының юғарылығы) инфаркт, инсульт һәм бөйөр хәлһеҙлегенә килтереүе ихтимал. Хәлде контролдә тотмағанда, сирленең һуҡырайыуы, аритмияға, йөрәк хәлһеҙлегенә дусар булыуы бар.
Донъяла өлкән йәштәге һәр өсөнсө кеше гипертонияға дусар. Олоғайған һайын был проблема тәрәнәйә бара. Мәҫәлән, 20-нән 40 йәшкә тиклемгеләр араһында унауҙың береһе юғары ҡан баҫымынан яфалана, ә 50 – 60 йәштәгеләрҙең – тиҫтәнән бишәүһе.
Белгестәр билдәләүенсә, гипертония бигерәк тә йәшәү кимәле түбән булған Африка илдәрендә киң таралған – өлкән йәштәгеләрҙең 40 проценты самаһы сирләй.
Был ауырыуҙы булдырмаҫҡа һәм уңышлы дауаларға мөмкин. Бының өсөн ябай ғына кәңәштәрҙе тотоу мөһим: тоҙ ҡулланыуҙы кәметергә, алкоголле эсемлектәрҙән, тәмәкенән баш тартырға, даими физик әүҙемлек күрһәтергә, ауырлыҡты нормала тоторға һ. б. Шуны ла оноторға ярамай: гипертонияны бер нисә көндә генә дауалап булмай, юғары ҡан баҫымынан яфаланмаҫ өсөн дауалау һәм иҫкәртеү ғәмәлдәрен ғүмер буйы башҡарыу фарыз.