«Аҡ таптар» кәмейәсәк06.04.2013
Автобуста ике ҡатындың телефон операторҙарының хеҙмәте тураһында ҡыҙыу бәхәсләшкәне ҡолағыма салынды:
— МТС элек бик шәп ине, хәҙер сифаты насарайҙы. Танышыма 10 минут тирәһе шылтырата алманым, «абонент ваҡытлыса туҡтаған» тип тик тора.
— Ә миңә ул бик оҡшай, башҡаларҙан арзаныраҡ.
Был апайҙарҙың һәр ҡайһыһы үҙ фекерендә ҡалды, ә бына ошо көндәрҙә «Башинформ» агентлығында үткән ултырышта МТС-тың Башҡортостандағы директоры Павел Коротин «юғалып тороу»ҙа хатта тәҙрәләге махсус пленканың да ҡамасаулауы менән аңлатты. Шулай уҡ республиканың Мәғлүмәт технологиялары агентлығы МТС менән хеҙмәттәшлек килешеүен оҙайтыуға ҡул ҡуйылды. Килешеү беренсе тапҡыр 2011 йылда төҙөлгән. Ике йылда ул Баҡалы, Белорет, Дүртөйлө, Иглин райондарында, Аҡъяр, Асҡын, Мәсәғүт, Ҡыҙылъяр ауылдарында юғары тиҙлектәге мобиль интернет булдыра.
— Заманса телекоммуникация хеҙмәтен үҫтереү төбәктә тормошто яҡтыртыу, инвестиция күләмен арттырыу йәһәтенән ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. МТС менән хеҙмәттәшлек халыҡҡа мәғлүмәт еткереүгә, өр-яңы сервистарға булышлыҡ итеүгә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ селтәрен яңыртыуға йүнәлтелә, — тине республиканың Мәғлүмәт технологиялары агентлығы етәксеһе Илдар Ямалов.
Ултырышта билдәләнеүенсә, бергә эшләүҙең төп маҡсаты — телефондар тотмаған йә насар тотҡан урындарҙы, «аҡ таптар»ҙы кәметеү. Бының өсөн уларҙың махсус картаһы ла бар.
2013-2014 йылдарҙа төбәктең телекоммуникация инфраструктураһын үҫтереүгә яҡынса 1,7 миллиард һумлыҡ инвестиция һалыу күҙаллана.