Рәсәйҙә 1 апрелдә башланған хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу кампанияһы 15 июлгә тиклем дауам итәсәк. Бөтә ил буйынса 18-ҙән алып 27 йәшкә тиклемге 153 мең 200 кеше армия сафын тулыландырасаҡ.
Көҙ армия бутҡаһын ашарға Рәсәй буйынса Ҡоро ер ғәскәрҙәренә, Эске ғәскәрҙәргә, Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренә, Һауа-Десант ғәскәрҙәренә, Хәрби-Диңгеҙ флотына, РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының хәрби частарына 140 140 егет алынған. Белеүегеҙсә, хәрби хеҙмәткә яҫы табанлылыҡ, нервы системаһы, эндокрин, психик һәм һөйәк-мускул системаһы ауырыуҙары менән яфаланған егеттәр саҡырылмай.
Илдең Ҡораллы Көстәренә Башҡортостандан йылына ике тапҡыр ун меңдән ашыу егет саҡырыла. Көҙ алты меңе армия сафына алынһа, яҙ иһә республика 5 500 кешеһен хеҙмәткә ебәрәсәк. 2012 йылғы көҙгө кампания осоронда Башҡортостан хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән һәм егеттәрҙе частарға оҙатыу буйынса Рәсәй Президентының йөкләмәһен тейешенсә һәм ваҡытында үтәгән. Был хаҡта Рәсәй Ҡораллы Көстәре Генераль штабының баш ойоштороу-мобилизация идаралығы начальнигы, генерал-полковник Василий Смирнов белдерҙе.
Июлдең тәүге көндәре урта мәктәпте тамамлаған егеттәр өсөн ҡыҙыу буласаҡ, сөнки улар ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты ала, бер үк ваҡытта республиканың юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү имтихандары башлана. Кисәге күп кенә уҡыусылар 18 йәшен тултырып өлгөрә, ә был уларҙың хәрби хеҙмәткә өлгөргәнлеген аңлата. Әммә әрмегә егеттәрҙең 20 проценты ғына алынасаҡ, сөнки юғары уҡыу йорттарына, колледждарға уҡырға инеүселәргә кисектереү биреләсәк. Сығарылыш уҡыусыларына ҡайғырырға урын юҡ. Иң тәү сиратта хәрби хеҙмәткә өлкәнерәк йәштәге егеттәрҙе саҡырасаҡтар, уҡыуын артабан дауам итергә теләгәндәргә юғары уҡыу йорттарына инергә мөмкинлек биреләсәк. Ә бына юғары уҡыу йортон тамамлап, ҡулдарына диплом алыусыларға һалдат формаһын тиҙ арала кейеү ихтималлығы бар.
Әле саҡырылғандарҙың барыһы ла бер йыл хеҙмәт итәсәк. Башҡортостан егеттәре араһында альтернатив хеҙмәт әллә ни абруйлы һаналмай, уны күп осраҡта идеологик йәки дини йәһәттән ҡулдарына мылтыҡ ала алмаған кешеләр һайлай. Әммә улар хәрби комиссариат алдында үҙенең был ҡарарын дәлилләргә бурыслы.
Хәрби хеҙмәттә булыу бөгөн егеттәр араһында абруйлы һанала, шуға ла күптәре армияға үҙҙәре теләп бара. Ҡасып йөрөүселәр ҙә етерлек. Тағы ла күптәр хәрби хеҙмәткә бармаҫ өсөн күп осраҡта үҙен аҡылға һай итеп күрһәткән табип белешмәһе ала. Хәрби билет, әлбиттә, тапшырыла, әммә ялған билет булһа ла, эшкә урынлашыуы күпкә ауырлаша. Шуға ла бындай хәрби билетҡа эйә булғансы, бер йыл хеҙмәт итеп ҡайтыуың хәйерле, минеңсә.
Хеҙмәт итеүселәр быйылдан башлап ике мең һум күләмендә аҡса ала башлаясаҡ, сумма банк карточкаһына күсерелә. Улар кәрәкле кейем-һалым, аҙыҡ-түлек менән тулыһынса тәьмин ителә. Бынан тыш, армияла һалдаттар өсөн яңы туҡландырыу нормаһы булдырылған: элек көнөнә 200 грамм ит бүленһә, хәҙер уның нормаһы 250-гә еткерелгән.
оценка автомобиля в уфе