6–8 апрелдә Башҡортостанда һауаның ҡырҡа йылыныуы һөҙөмтәһендә ҡарҙың йылдам иреүе, һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә.
“Башгидромет” хәбәр итеүенсә, 7 апрелдән Ағиҙелгә ҡойған йылғаларҙа боҙ китеүе күҙаллана. Боҙ тығындары барлыҡҡа килһә, һыу кимәле лә күтәреләсәк. Шуға күрә яр буйында урынлашҡан ҡайһы бер ауылдарҙы һыу баҫыуы ихтимал.
Мөнир ВАҺАПОВ, Ейәнсура
районының ташҡынға ҡаршы комисия рәйесе: — Районда ташҡынға ҡаршы комиссия күптән төҙөлдө. Унда ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ағзалары инде. Ташҡын осоронда халыҡтың имен тормош-көнкүрешен һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса яуаплы ауыл хакимиәттәре, ойошмалар, учреждениелар, хужалыҡтар, предприятиелар етәкселәренә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелде. Һәр ауыл хакимиәтендә саралар планы эшләнде, ташҡынға әҙерлек һәм уны имен үткәреп ебәреү буйынса яуаплы биш-алты кешенән торған бригадалар төҙөлдө. Район буйынса бындай бригадаға барлығы 91 кеше йәлеп ителгән. Шулай уҡ 27 берәмек техника әҙер.
Бөгөнгә юл төҙөлөш-ремонт идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан бөтә күперҙәр, һыу үткәргес торбалар сүп-сарҙан, юл ситтәре ҡарҙан таҙартылды. Ташҡын һыуы артылып сығырлыҡ юлдар ситенә ҡом ташылды. Үтәғол, Яңыбай, Инәк, Бикбау ауыл хакимиәте биләмәләрендә йырындар йырылды.
Йылдан-йыл йылға ярҙары йыуыла. Ауылдарға яҡын урындарҙа былтыр йәй ярҙы нығытыу эше башҡарылды. Әйтәйек, Яңыбай ауыл хакимиәте биләмәһендә — Яңыбай һәм Үрге Мәмбәтша ауылдары тәңгәлендә Ҡороюл йылғаһы ярҙарын йүнәтеү йәһәтенән 165 мең һумлыҡ эш башҡарылды: яр таш менән нығытылды, йылға батҡан ағастарҙан, сүп-сарҙан таҙартылды. Ошондай уҡ эш Байыш ауыл хакимиәтенә ҡараған Биштирәктә лә башҡарылды — Ҡаҫмарт йылғаһының ярын нығытыуға 60 мең һум самаһы аҡса тотонолдо.
Районда ташҡын ғәҙәттә тауҙарҙағы ҡар ирей башлағас көсәйә. 2007 йылда, мәҫәлән, биш ауылды һыу баҫҡайны. Быйыл ҡар ҡатламы үткән йылдарҙағыға ҡарағанда 50 процентҡа күберәк, шуға күрә ауылдарға йәки ҡайһы бер урамдарға һыу сығыуы ихтимал. Был хәүеф, мәҫәлән, Иҫәнғолда ғәҙәттә Эйек йылғаһынан Урман, Дача, Ялан урамдарына, Кесе Һүрәм йылғаһынан — Бикҡужа, Луч ауылдарына, Яманболаҡ йылғаһынан Яңы Себенлелә Йылға аръяғы урамына сығыуы ихтимал. Ауылдарҙы һыу баҫа ҡалһа, кешеләрҙе, малды күсереү саралары ҡаралған. Халыҡҡа ташҡын тураһында хәбәр итеү әмәле лә әҙер — Берҙәм диспетчер хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә эшләй. Ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, ул халыҡҡа тауыш көсәйткес аша еткереләсәк. Өҫтәүенә, һәр ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ауыл старосталары алдан өй һайын йөрөп, аңлатыу эше алып барҙы. Район дауаханаһын, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын кәрәкле медикаменттар, райпо ауыл магазиндарын аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән алдан тәьмин иттеләр. Мәктәптәр эргәһендәге интернаттарҙа йәшәгән уҡыусылар менән дә һөйләшеү булды. Ташҡын көсәйгән осорҙа улар интернатта ҡаласаҡ. Пенсионерҙар тураһында ла хәстәрлек күрелде — пенсияларын графиктан алда тараттылар. Ғәҙәттән тыш хәлгә бөтөн полиция, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре лә әҙер.
Райондағы Ямашлы быуаһы иғтибар үҙәгендә — унда тәүлек әйләнәһенә дежурҙар торасаҡ. Һыу кимәле даими үлсәнә. Ғөмүмән, биләмәләге һәр быуаға яуаплылар беркетелгән. Яҙғы ташҡынға әҙерлек сараларын ойоштороуға һәм ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөүгә район бюджетында 300 мең һум аҡса бүленгән.