ә һеҙ беләһегеҙме?06.04.2013
Ай юлы ғына ашауға яраҡһыҙ…

“Ҡытай” тиһәң, нимә иҫкә төшә? Шикләнмәйем, иң тәүҙә көндәлек ҡулланыу тауарҙары: кейем-һалымдан башлап һауыт-һаба, көнкүреш техникаһы, уйынсыҡтарға тиклем. Сауҙа кәштәләрендә осраған һәр әйбер тиерлек тап ошо илдә етештерелгән. Ҡыҙыҡмы был, ҡыҙғанысмы – икенсе мәсьәлә, мәгәр ошо факт ҡына ла ҡытайҙарҙың ифрат тырыш, булдыҡлы халыҡ икәнлеген иҫбатлай. Был илдә “Ай һәм уның һыуҙағы күләгәһен генә ашап булмай” тигән әйтем таралған: Ҡытайҙа бөжәктәр ҙә, барлыҡ хайуан-ҡоштар ҙа ит була ала. Тағы төбәктең меңдәрсә йыллыҡ оло тарихы һәм Бөйөк Ҡытай стенаһы хаҡында ла хәбәрҙарбыҙ. Шулай ҙа түбәндәге мәғлүмәттәрҙе әлегә ишетмәгәнһегеҙҙер, моғайын.

Ҡанһыҙлыҡ

Ҡытайҙа Ер йөҙөндәге башҡа илдәрҙең бөтәһен бергә ҡушып ҡарағандан өс тапҡырға күберәк үлем язаһын ҡулланалар. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, йыл һайын илдә 2 меңгә яҡын енәйәтсе ғүмере менән хушлаша, ҡайһы бер сығанаҡтарға ҡарағанда, был һан 6 меңгә барып етә.

Тәрегә табынғандары…


Ҡытайҙа христиандар ҡайһы бер Европа илдәренә ҡарағанда ла күберәк: 54 миллион самаһы. Сағыштырыу өсөн: Италияла уларҙың һаны 47,4 миллион тирәһе (ил халҡының 79 проценты).

…Мәғәнәһеҙҙәре лә бар

2008 йылда Пекинда Олимпиада үткәндән һуң, илдә балаларына Олимпия уйындарына бәйле исем ҡушҡан ата-әсәләр күбәйгән. Бындай “бәхетлеләрҙең” һаны 4 меңдән ашыу. Әйткәндәй, сәйер исем хужаларының күпселеге – малайҙар.

Туймайҙар ҙа, ҡуймайҙар ҙа…


Ҡытайҙа йылына 74 миллиард самаһы туҡланыу таяҡсалары (ҡалаҡ, сәнске урынына) ҡулланыла. Уртаса был 1,7 миллион куб. метр йәки 25 миллион төп ағас тигән һүҙ. Тимәк, тиҙҙән Ҡытай урмандары ҡырылып бөтәсәк – быға бер тамсы ла шик юҡ.

Ә аҡсалары юҡ…


Ҡытайҙарҙың күбеһе бик ярлы йәшәй, мәҫәлән, 200 миллион самаһы халыҡ көнөнә 1 долларҙан да аҙыраҡ аҡса тотона. Хәйер, хәл яҡшыра, тип ышандыралар. Мәҫәлән, 1981 йылда Ҡытай халҡының 64 проценты ярлылыҡ сигенән түбән кимәлдә йәшәһә, 2004 йылда был күрһәткес 10 процент ҡына булған.

Бысраҡ һыу эсәләр


Был илдә Ер шары халҡының 20 проценты йәшәй, шул уҡ ваҡытта сөсө һыу запасының 7 проценты ғына тупланған. Ил ҡалаларының 90 процентында һыу ятҡылыҡтары ғына түгел, ер аҫты һыуҙарының да бысранғаны мәғлүм. Тимәк, көн һайын 700 миллион кеше бысраҡ һыу ҡуллана тигән һүҙ.


Вернуться назад