Маньчжурияға сәфәр06.04.2013
Маньчжурияға сәфәрМөғжизәле Ҡытай иле менән бер аҙ һыуына төшкән хеҙмәттәшлек тә, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре лә икенсе һулышын кисерәсәк әле. Мәскәүгә яңыраҡ Ҡытай коммунистар партияһының генераль секретары Си Цзиньлиндың килеүе, 2013 йылдың Рәсәйҙә Ҡытай туризмы йылы тип иғлан ителеүе, телеканалда "Һаумы, Ҡытай!" циклы программалары асылыуы ла шуға асыҡ дәлил.
Беҙ бөгөн уҡыусыларыбыҙҙы иҡтисадта ырамлы аҙымдар яһаған, күп кенә алдынғы илдәрҙе тотороҡлолоғо, ныҡлығы менән таң ҡалдырған, барыбыҙҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятҡан ошо гүзәл илдең тормошо менән таныштырмаҡсыбыҙ.

Өс йыл элек булды был хәл. Донъя атласын әйләндерә-әйләндерә иремә:
— Күңелһеҙ йәшәйбеҙ, — тип зарландым.
Ул аптырап китте:
— Нисек инде күңелһеҙ? Аҙна һайын тиерлек тәбиғәт ҡосағында ял итәбеҙ, республиканы урап сыҡтыҡ, премьераларҙы ҡарарға хатта баш ҡалаға таксиҙа барып ҡайтаһың, һиңәме инде зарланырға...
— Әлбиттә, күңелһеҙ, хатта Ҡытайға ла барғаныбыҙ юҡ!
Төрлө һүҙ көттөм, әммә ирем мине аптыратты:
— Әйҙә, тор, киттек, улай булғас.
— Хәҙерме ни? — тим ышанмайыраҡ.
— Ә ҡасан һуң? Мин дә, һин дә ялда. Машиналы кешегә моңмо ни ул Учалы — Ҡытай араһы! Ярай, техник хеҙмәтләндереү станцияһына барып киләйем, машинаны юлға әҙерләргә кәрәк.

Хәйерле юл! — Мань дзоу!

Дөйөм алғанда, М5, М51, М53, М55 федераль юлдары йөрөрлөк, тик Ишем яғына боролғас та, Е30 трассаһының бомбаға тотолғандай соҡор-саҡырлы ерҙәренә барып сығаһың. Улар хәлде лә, ваҡытты ла, бензинды ла ашай ғына. Машинаның төбө тураһында әйтеп тә тормайым, һуғылған һайын бәғерҙе тереләй һуялармы ни...
Дальнобойщиктарҙы тыңлап, бер тапҡыр ҙа юл ситендә ҡунманыҡ. Федераль трассала кафелар, ҡунаҡханалар күп. Фуралар кис шулар янында туҡтай башлай. Юлда байтаҡ мәшәҡәт тыуҙырғандары өсөн уларҙы эстән генә әрләһәк тә, ҡояш байыр мәлдә үҙҙәрен ҡарауыллап ҡына киләбеҙ. Йоҡлар ваҡыт етһә, араларына шым ғына тығылып инәбеҙ ҙә, машина ултырғыстарын һалып, урындыҡ әтмәләйбеҙ. Ҡунаҡханалар ҡиммәт — койка-урын бер мең һумдан кәм түгел. Елле-елле күмәк йөк машиналары араһында йоҡлау хәүефһеҙ, тыныс.
Михнәтләнә торғас, Забайкальский крайына ла барып еттек. Тәүҙә Ҡытайға машинала инергә уйлағайныҡ, ләкин ошо төбәк водителдәре, бында түләүле туҡталҡала ҡалдырығыҙ, юғиһә уның менән бер-бер хәл булһа, аҙаҡ нисек ҡайтып етерһегеҙ, тип кәңәш итте.
30 метрлыҡ матрёшка

Ҡытай юлдарының тигеҙлеге!.. Көҙгө һымаҡ ялтырай, ҡыҙыҡ өсөн генә машинаны бер һелкетһәсе. Рәсәйҙә йыл буйы күпме юл төҙөйҙәр, Ҡытайҙа шуны ун көн эсендә һалалар. Технологияһы ла еренә еткереп эшләнә, хеҙмәт итеү ваҡыты — 20-25 йыл.
Маньчжурия ҡалаһына килгәс, кешеләр урамдың икенсе яғына нисек сыға икән, тип аптыраныҡ, сөнки унда юл ҡағиҙәләре юҡ: асфальт буйлап тығылып, бер-береһен тапай яҙып автобусы ла, «Бентли»һы ла, туристы ултыртҡан рикшаһы ла тегеләй-былай ҡыуалай, хатта юлға һыймай тротуарға килеп сығалар. Әлдә үҙебеҙҙең машинала инмәгәнбеҙ, тип ҡыуандыҡ.
Ҡала төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәргә бүленгән. Беҙ йәшәгән төньяҡ өлөшө туристар өсөн төҙөлгән: мең уттар менән балҡыған магазиндар, баҙарҙар, мунсалар, салондар... Алтаҡталар урыҫ телендә яҙылған, һатыусылар телде яҡшы белә, рәсәйҙәр аҙым һайын осрай. Барыһы ла тиерлек тауар артынан килгән, беҙҙең һымаҡ тәьҫорат йыйыусылар һирәк, шуға ла ҡаланың көньяғына барыусылар аҙ. Унда тормош икенсе: бәләкәй балсыҡ өйҙәр, кескәй лавкалар...
Маньчжурияның үҙәгендә «Матрешка» тип аталған майҙанда урынлашҡан матрешка һынындағы ҡоролманы күреп, ауып китерлек! 30 метрлыҡ уйынсыҡ (мәрйә, ҡытай һәм монгол ҡыҙҙары өс илде һүрәтләй) юҡҡа ғына Гиннестың рекордтар китабына индерелмәгән. Эсендә — ресторан һәм концерт залы. Төп уйынсыҡ янында бәләкәйерәк һигеҙ матрешка-бина теҙелгән, бөтә донъяға билдәле кешеләргә арналған ике йөҙ кескәй матрешка һибелгән.
Геройҙар иҫтәлегенә асылған паркты ла телгә алырға кәрәк. 1915 йылда булдырылған йәшеллек утрауы тәүҙә Маньчжурия паркы тип атала. Маньчжурияны баҫҡынсыларҙан ҡотҡарған совет яугирҙәренә рәхмәтле ҡытайҙар 1945 йылдың авгусында бында 17 метр бейеклегендә мемориал төҙөй: «Советтар Союзының намыҫы һәм еңеүе өсөн яуҙарҙа һәләк булған геройҙарға дан!» Шунан алып изге урын «Һәләк булған Ҡыҙыл Армия геройҙары паркы» тип исемләнә. Унда һалдаттарға һәйкәлдәр бар. Ошонда иртән ҡытайҙар гимнастика яһай, көндөҙ ололар ейәндәре менән уйнай, кис йәштәр етәкләшеп йөрөй.
Ҡытайҙар үткәндәргә бысраҡ яғырға ашыҡмай, һабаҡ ала ла артабан хаталарға юл ҡуймаҫҡа тырыша. Уларҙан өлгө алырға ине беҙгә лә. Ҡытайҙар берҙәм, ойошҡан, бар нәмәне бергә эшләргә өйрәнгән: иртән зарядкаға сығалар, кис майҙанда вальс бейейҙәр. Беҙ ҙә тәүге тапҡыр уларҙың вальс бейегәндәрен күреп, әллә берәй байрамдарымы икән, тип уйлағайныҡ. Баҡтиһәң, кистәрҙе шулай матур, үҙенсәлекле итеп уҙғаралар. Нисектер күңелде йылытты ошо гүзәл күренеш: ололар, уртаса йәштәгеләр, йәштәр, бейей беләме-юҡмы, йыр ыңғайына түңәрәк буйлап әйләнә...

Ҡунаҡханала

Уны 1904 йылда урыҫ генералы төҙөткән, хәҙер заманса биналарҙың береһе. Иҫтә саҡта башҡаларҙы иҫкәртәбеҙ: инеү менән бар нәмәне лә тикшерергә, иҫәпләп алырға кәрәк. Номерыбыҙҙа бер өлкән таҫтамалдың етмәүен кисен генә аңғарҙыҡ, ҡайтыр саҡта хаҡын түләтерҙәр инде, тип шөрләнек. Әммә беҙҙән телевизор пультын эҙләтә башланылар. Көс-хәлгә ҡунаҡхана һаҡсылары менән аңлашып, үҙебеҙҙең сит ил паспортын алдыҡ. Берәй нәмәне юғалтыу, боҙоу, урын кәрәк-ярағын бысратыу ҙа байтаҡ ҡына штраф менән янай.
Һәр бер ҡунаҡханалағы кеүек, «Маньчжурия»ла ла матурлыҡ салоны бар. Мин массаж яһатырға булдым. Уны ҡытайҙарҙан да яҡшыраҡ эшләүсе юҡтыр! Тәнде генә түгел, йәнде иретәләр, билләһи! Үҙеңде өр-яңынан тыуғандай тояһың. Шуның өсөн генә лә Ҡытайға сәйәхәтте ҡабатларға теләк бар.

«Помогай»ҙар

Ҡунаҡхананан сығып, бер аҙым атлап өлгөрмәнек, беҙҙе ҡытайҙар уратып алды: «Нимә кәрәк? Ҡайҙа алып барырға?» Төркөм етәксеһе «Помогайҙар» менән һөйләшмәҫкә ҡушҡайны. Улар көн буйы артыңдан эйәреп йөрөй, һуңынан аҡса талап итә, йәнәһе, һиңә ярҙамлаштылар. Улар урыҫса һупалай, һуҡыр себен кеүек күҙгә инеп килә, үҙҙәрен күрмәмешкә һалышыуы ҡыйын. Боролоп ҡарамай, шым ғына киләбеҙ, әммә арттан ҡалмайҙар, ҡасып ҡотолормон тимә. Аптырағас, башҡортса өндәштем: «Зинһар, беҙгә эйәрмәгеҙ. Ярҙамығыҙ кәрәкмәй». Шып туҡтанылар ҙа миңә: “Монгол?!” — тип баҡтылар. Юҡ, беҙ башҡорттар, тинем. «Бүрәттәрме?» — тиҙәр. Бер-беребеҙгә ҡарашып көлөштөк тә башҡортса һөйләшә-һөйләшә китеп барҙыҡ. Шунан ғына “помогай”ҙар тороп ҡалды. Ләкин иртәрәк ҡыуанғанбыҙ — улар урынына урамда һатыу итеп йөрөгәндәр һырып алды. Массажерҙарын бызылдатып, башҡа, арҡаға, ҡулға массаж яһай башланылар: «Һатып ал, осһоҙға бирәм!» Башҡа урыҫ туристары енләнеп, һатыусылар менән шарт та шорт әрләшә башлай, ә беҙгә бар нәмә лә ҡыҙыҡ! Йәнебеҙ көймәй генә, башҡортса “кәрәкмәй” тип уларҙан да ҡастыҡ. “Куня, куня” тип арттан эйәреп йүгергәндәренә көлөп һын ҡатты. Куня тигәндәре ҡатын-ҡыҙ икән.

Итле кәнфит һәм “тере” баҙар

Супермаркеттарҙа аҙыҡ-түлектең төрлөлөгө, күплеге! Тәмлекәстәр бүлегендә тышына һыйыр төшөрөлгән кәнфиткә иғтибар иттек. Яратҡан «Коровка» икән тип ҡыуанғайныҡ, ярай алмағанбыҙ. Әйтеүҙәренсә, шәкәр онтағы һибелгән был кәнфит ҡаҡланған иттән эшләнгән, берәүҙән артыҡ ашап булмай.
Йомортҡалар бүлегендә лә туҡталманыҡ, сөнки унда еҫләнгәндәрен дә һатыуға сығаралар. Насар аҙыҡ-түлек юҡ, насар ашнаҡсылар ғына бар, тип иҫәпләй ҡытайҙар. Тауыҡ тәпәйҙәрен дә мең төрлө итеп әҙерләп һаталар. Хатта татлы тәпәйҙәр бар. Ә беҙҙә ул аҙыҡҡа ла һаналмай.
Ит, балыҡ һатылған «тере» баҙарҙары беҙгә зоопарк кеүек булды... Һыуҙа, боҙ араһында ятҡан-йөҙгән-ҡыбырлаған-шаптырлаған диңгеҙ һәм йылға балыҡтары, аквариумдағы ярымбалыҡ-ярымйыландар, шөкәтһеҙ ҡорттар... Һатыусы йәнең теләгәнде һөҙөп алып бирә. Шунда уҡ балыҡты бушлай таҙарттырырға мөмкин. Беҙ бер нәмә лә алмайбыҙ, әммә һатыусылар үҙе янына саҡыра, тауарын күрһәтә, маҡтай. Танауым осонда йылбырлаған һәр нәмәнән ситкә ҡасам, ауыр еҫкә йөрәгем болғана. Ҡытайҙар минең кеүек ерәнеп, сырылдап тормай, ҡулын йыбырлашып ятҡан ярымбалыҡ-ярымйыландар араһына тыға ла оҡшағанын ҡойроғонан һурып сығара. Ҡабырсаҡ, рапан, кальмар, һигеҙаяҡ, лобстер, лангус — Хоҙайым, нимә генә юҡ...

Тун мажараһы


Бер мәл 15 мең һумға шәшке тундарын күреп, «аһ» иттем. Ниндәй генә фасоны, төҫө юҡ... Мине шәйләгән һатыусылар эт төлкөнө күргәндәй йәнләнделәр, күҙ асып йомғансы яныма килеп еттеләр. Ал да ал, тип ауыҙға инеп киләләр. Тунды кейҙерә лә башланылар. Унда кейемде былай ғына кейеп ҡарарға ярамай — быуыныңа төшәләр, әммә һатып алдырталар. Шунан ҡурҡып, ҡасыу яғына йүнәлдем. Ҡулдан тотоп, ебәрмәйҙәр ҙә ҡуялар. Береһе калькуляторын күҙемә терәй: «Тун шунса тора. Ә һин уны күпмегә алырға теләйһең?» Мине маҙаһыҙламаһындар өсөн генә калькуляторға «5» һанын яҙам. Тегеләрҙең күҙе аҡая: «Был аҙ бит! Унға ал!» Унды юям да биште ҡабат яҙам, йәнәһе хәҙер нимә тип һайрарһығыҙ. Шунан һуң елтерәтеп сығарып ебәреүҙәрен сабыр ғына көтәм. Улар миңә күҙҙәренән йәшен атып: «Эй, ярай, ал!» — тимәһендәрме! Күҙҙе упайтырға миңә сират етте. Ҡосағыма сумдырылған ҡупшы йомшаҡ тунды нишләтергә белмәй торам. Алыр инем, аҡса юҡ! Руссо туристоны, йәғни мине, улдарым ҡотҡарҙы. Йүгереп килеп инделәр ҙә, хәбәрҙәрен теҙә-теҙә, ҡулымдағы тунды һатыусыға тотторҙолар ҙа етәкләп алып сығып та киттеләр. Албырғаған һатыусылар иҫтәренә килеп, артыбыҙҙан нимәлер ҡысҡырып ҡалды.

Хыялһыҙ булмайыҡ

Ҡытайға барып ҡайтыу еңелдән булмаһа ла, йыш ҡына сәфәрҙе иҫкә төшөрөп, көлөшөп алабыҙ. Иремә хыялымды тормошҡа ашырғаны өсөн рәхмәтлемен. Улдарыма ла рәхмәт — йыраҡ араларға сәйәхәт иткәндә уларҙан һис бер ҡасан зарланыу һүҙен ишетмәнем, һин ҡыҙыҡай бит, тип мине ауырлыҡтарҙан ҡурсаларға, терәк булырға тырышалар.
...Әле хәтирәләргә сумып, үҙем дә һиҙмәҫтән глобусты әйләндерә башлағайным, ирем йәһәт кенә уны ҡулымдан алып, йәшереп ҡуйҙы. Шулай ҙа күҙем Үзбәкстанға төшөп өлгөргәйне. Эх, Ташкент, Сәмәрҡәнд, Бохара, Хиваның гүзәл архитектураһын күрергә ине ул... Иң мөһиме — күңелһеҙ йәшәмәҫкә, хыялһыҙ булмаҫҡа!


Вернуться назад