Төп күрһәткес — сифат05.04.2013
Башҡортостандың Дәүләт торлаҡ инспекцияһында коллегия ултырышы үтте, унда Рәсәй Дәүләт торлаҡ инспекцияһының баш инспекторы Николай Васютин, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғоманов, район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.
Республика Дәүләт торлаҡ инспекцияһының баш инспекторы Илдар Замалетдинов үҙ сығышында торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалау мәсьәләләренә туҡталды.
– Торлаҡ кодексының 161-се статьяһына ярашлы, идарасы компанияларҙың финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеге буйынса төп күрһәткестәре асыҡ булырға тейеш. Һәр йорт, уны тәртиптә тотоу һәм ремонт өсөн сығымдар, коммуналь ресурстарҙың, хеҙмәтләндереүҙең хаҡы һәм башҡа мәғлүмәтте, федераль ҡануниәткә ярашлы, махсус сайтта сағылдырырға кәрәк, — тине ул.
Муниципаль торлаҡ контроле мәсьәләһенә килгәндә, район һәм ҡалаларҙа 1 апрелдән махсус инспекторҙар эшләй башланы. Уларҙың һаны төбәктең торлаҡ фонды күләменә ҡарап билдәләнгән. Әлегә 102 белгес эшкә тотонған. Уларҙың төп бурысы – халыҡҡа сифатлы торлаҡ-коммуналь хеҙмәте күрһәтелеүенә өлгәшеү.


Вернуться назад