Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһын биреү буйынса комиссия материалдар ҡабул итә башланы.
Йәштәр премияһына әҙәбиәт, музыка, театр, һынлы, хореография, эстрада һәм цирк сәнғәте, дизайн, кино һәм телевидение, архитектура өлкәһендәге эштәр тәҡдим ителә ала. Сарала 16—35 йәшлек айырым авторҙар, шулай уҡ иң күбе биш кешенән торған ижади коллектив ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Мотлаҡ шарт: эштәр Ш. Бабич премияһына күрһәтелгәнгә тиклем кәмендә бер йыл алдан баҫылырға, халыҡҡа еткерелергә йәки донъя күрергә тейеш. Һәр өлкәләге премия күләме 150 мең һум тәшкил итә, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында.
Материалдар 1 июлгә тиклем ҡабул ителә. Адресы: 450000, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 27-се бүлмә, Министрлыҡтың иҡтисади программалар һәм йәштәр мәшғүллеге бүлеге. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 251-57-11.