Ун көнлөктә өлгөрөп ҡалығыҙ!05.04.2013
11 — 21 апрелдә гәзит-журналдарға арзаныраҡ хаҡҡа яҙылырға мөмкин

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ!
Апрелдән 2013 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу башланды. Ишеттерер тағы бер мәғлүмәт бар: 11-енән 21 апрелгә тиклем матбуғатҡа 20 процентҡа түбәнерәк хаҡҡа яҙылырға була. Төбәк-ара матбуғатҡа яҙыу агентлығы, ун көнлөк иғлан итеп, ошондай мөмкинлек бирә.
Мөхтәрәм ҡәрҙәштәр! Һеҙҙе баҫмабыҙҙан айырылмаҫҡа өндәһәк тә, хаҡы ҡиммәтерәк тип йә булмаһа аҡсаға бәйле бүтән сәбәп менән “Башҡортостан”ды алдырмаусылар, икеләнеүселәр, почтальондарға мөрәжәғәт итергә ашыҡмаусылар барлығын беләбеҙ. Бәхәс юҡ, аҡса иҫәп ярата. Үкенескә ҡаршы, баҫмалар хаҡы ла артып тора. Шуға күрә форсаттан файҙаланып ҡалығыҙ: ун көнлөктә яҙылып өлгөрөүселәр күпкә отасаҡ!
Һеҙ, гәзитте уҡып барыусылар, баҫмаға 20 процентҡа түбәнерәк хаҡҡа яҙылыу мөмкинлеге тураһында белдегеҙ, ә бына алдырмаусыларға ошо хаҡта нисек еткерергә? Был осраҡта һеҙгә, уҡыусыларыбыҙға, таянырға тура килә. Туғандарығыҙға, дуҫтарығыҙға, күрше-күләнегеҙгә ун көн эсендә арзаныраҡҡа яҙылып булыуын хәбәр итһәгеҙ ине.
“Башҡортостан”ды атай-әсәйегеҙгә, туған-тыумасағыҙға, элекке уҡытыусыларығыҙға һәм дуҫтарығыҙға яҙҙырып, матур бүләк тә эшләй алаһығыҙ. Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланып ҡына тора, ваҡыт бар, өлгөрөрмөн әле, тип почта бүлексәләренә барыуҙы кисектермәгеҙ. Ун көнлөк — алдан уйлап эш итеүселәр, аҡсаһын иҫәпләй белеүселәр өсөн бик ҡулай осор.


Вернуться назад