Федераль округта – яңы етәксе17.12.2011
Ил Президенты Дмитрий Медведевтың указы буйынса Волга буйы федераль округында уның тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп Михаил Бабич тәғәйенләнде.
Михаил Бабич 1969 йылда Рязань ҡалаһында тыуған, Рязань юғары хәрби элемтә училищеһын, Мәскәү иҡтисад, менеджмент һәм хоҡуҡ институтын, Дәүләт идара итеү академияһын тамамлаған. 2003 йылдан Рәсәй Дәүләт Думаһында Иваново өлкәһенән депутат булған.


Вернуться назад