Юғары баһа бирелде05.04.2013
Өфөлә “Рәсәй Федерацияһы субъекттарында дәүләт финанс контроленең тышҡы үҫеше: эш тәжрибәһе һәм перспективалар” тигән темаға ғилми-ғәмәли конференция булды.
Сарала ҡатнашыусылар тәүҙә торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға арналған “түңәрәк өҫтәл”дә, мәғариф учреждениеларында бадминтон спорты үҫеше һәм уны пропагандалау буйынса фекер алышыуҙа ҡатнашты.
Конференцияны Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев асты. Ул республика Президентының тәбрикләү сәләмен еткерҙе, дәүләт милкен, ҡаҙна аҡсаһын файҙаланыуҙы контролдә тотоу йәһәтенән Контроль-иҫәп палатаһының әһәмиәтенә туҡталды.
– Ун йыл элек республикала бик мөһим дәүләт органы – Контроль-иҫәп палатаһы барлыҡҡа килде. Был осорҙа законға ярашлы ҙур вәкәләттәр алған ойошма үҙен дәүләт механизмының абруйлы һәм мөһим өлөшө булараҡ танытты, – тине Константин Борисович.
Рәсәйҙең Иҫәп палатаһы аппараты етәксеһе Сергей Шахрай иҫәп палаталары хаҡында яңы закондың үҙенсәлектәре, маҡсаты хаҡында бәйән итте, төбәктәрҙә һәм муниципаль органдарҙа тышҡы финанс контроленең эшмәкәрлегенә туҡталды.
Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Салауат Харасов үҙ сығышында республика Президентының йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендәге мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыуҙа, бюджет һәм һалым сәйәсәтен формалаштырыуҙа һөҙөмтәле эш алып барылыуы хаҡында һөйләне.
– Эшмәкәрлегебеҙ республиканың иҡтисади мәнфәғәттәрен яҡлауға йүнәлтелгән. Бер тиҫтә йыл эсендә барыһы 800-ҙән ашыу тикшереү уҙғарылды, финанс-бюджет өлкәһендә 14 миллиард һум күләмендә тәртип боҙоу асыҡланды. Күп етешһеҙлектәр төҙәтелде, әрәм-шәрәм ителгән аҡса, матди сығымдар кире ҡайтарылды, – тине ул.
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы Рудик Исҡужин үҙ сығышында Контроль-иҫәп палатаһының эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе.