Ҡотлайбыҙ!05.04.2013
Хәйбулла районының Өфө ауылында йәшәгән Рәйсә Зыя ҡыҙы Әбделмәнованы оло юбилейы — 65 йәше тулыу айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ ошо уҡ райондың Әбеш ауылында Зыя Аллаяр улы менән Маһира Ишҡәле ҡыҙының күркәм ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Уҡытыусы һөнәрен һайлап, Өфө пединститутында белем ала. Аҡъяр ҡасабаһында математика фәненән уҡыта. Зәйнулла Ғәйзулла улы Хәлилов менән ғаилә ҡороп, ике балаға ғүмер бирәләр. Рәмилә хәҙер Өфө ҡалаһында — табип, Ринат та тормошта үҙ урынын тапты.
Ғаилә артабан Өфө ауылына күсә. Рәйсә Зыя ҡыҙының мәғарифҡа һалған фиҙакәр хеҙмәте юғары баһаға лайыҡ булды, ул — РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ҡәҙерлебеҙгә киләсәктә лә уңыштар, сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙы Рәмилә, кейәүе Алик, улы Ринат, килене Зилә, ейәне Илдар исеменән әхирәте Зәйтүнә Янғужина.
* * *
Йылайыр районының Аралбай ауылында тыуып үҫкән ҡәҙерле кешебеҙ Мирсәйет Вәкил улы Ҡылысовты алтын юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ул бик иртә, 6 йәшенән, әсәйһеҙ ҡала. Сибай ҡалаһындағы мәктәп-интернатта 1-се кластан тәрбиәләнә. Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын Монголияла үтәп, хеҙмәттән ҡайтҡас, баш ҡалаға килеп урынлаша. Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр бүлеген тамамлай. Ул бала сағынан сәнғәткә ғашиҡ, әҙәбиәтте үҙ итә. Хискә бай, йомарт, ихлас, киң күңелле егет шиғырҙар ижад итеүгә әүәҫ. Үҙ быуынына хас булғанса гармунда, гитарала уйнай. Мирсәйет Ҡылысов — бик күп популяр йыр авторы. Ул яҙған көйҙәрҙе башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары сәхнәнән яңғырата. Балалар өсөн дә йырҙар ижад итә.
Ғаиләһе лә сәнғәткә ғашиҡ. Ҡатыны Фәнүзә Баһауетдинова менән Гөлйемеш һәм Гөлгөнә исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр. Йыр-бейеүҙе, халыҡ ижадын, әҙәбиәтте үҙ иткән балалары ата-әсәһен тик уңыштары менән һөйөндөрә. Хөрмәтле кешебеҙгә ижади уңыштар, оҙон ғүмер, сәләмәтлек һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән Бәхтейәровтар, Усмановтар, Вәлишиндар, Хәсәновтар һәм Янғужиндар.