Билетҡа хаҡтар арта17.12.2011
2012 йылдың 1 ғинуарынан илдә тимер юл транспорты билеттарына хаҡтар яҡынса 10 процентҡа артасаҡ.
Шулай уҡ, календарь осорҙарына ҡарап, ҡайһы бер көндәрҙә ташламалар яһау ҙа ҡаралған. Миҫал өсөн, 8 майҙа һәм 9 Май – байрам көнөндә поезға билетты 50 процентҡа арзаныраҡҡа һатып алырға мөмкин. Ә Яңы йыл алдынан, йәғни 29, 30 декабрҙә, билет хаҡтарының 20 процентҡа ҡиммәтерәк булыуы көтөлә.