Бурысыңды үтәгәс, тәүәккәл ҡыл05.04.2013
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Телебеҙҙә "тәүәккәллек" тигән һүҙ бар. Егет кеше тап ошондай сифатҡа эйә булырға тейеш, тибеҙ. Изге "Ҡөрьән"дә Аллаһ Тәғәләгә тәүәккәл ҡылыу тураһында әйтелә. Ул эште Хоҙайға ышанып тапшырыуҙы аңлата. Әммә был үҙең тик ултырырға кәрәк тигән һүҙ түгел.
Иманлы кеше Хоҙай алдында тәүәккәл ҡылыр алдынан үҙ бурыстарын тулыһынса үтәргә тейеш. Әйтәйек, әгәр иген сәсергә ниәт итте икән, иң тәүҙә иң яҡшы сортты һайлап алырға, ерҙе эшкәртергә, ашларға, артабан уны һөрөп, тәрбиәләп, орлоҡто үҙ ваҡытында сәсергә бурыслы. Унан мосолман Аллаһ Тәғәләгә: "Эй, Раббым, Һин бойорғандарҙы үтәнем, барыһы ла Һин ҡушҡанса эшләнде. Хәҙер инде шифалы ямғырҙар, ел, йылылыҡ, хәйерле көндәр насип ит", — тип тәүәккәл ҡыла. Иген үҫкәндә лә уны иғтибарҙан айырмай, хәстәрләргә, һаҡларға бурыслыбыҙ. Башаҡланғас, ашлыҡты йыйып алырға ваҡыт етә. Аллаһ Тәғәләгә, эштә көс-ғәйрәт биреүен һорап, йәнә тәүәккәл ҡылына.
Ошо игенсе миҫалы барлыҡ әҙәм балаһына ҡағыла. Аллаһ Тәғәлә алдында тәүәккәл ҡылыр алдынан бөтөн бурыстарыңды ла теүәл үтәргә кәрәк. Бының өсөн беҙгә Хоҙай аҡыл, зиһен, ғилем биргән. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: "Ғилемде бишектән алып гүргә ингәнсе өйрәнегеҙ", — тигән икән, был йәһәттән һәр саҡ алға барырға бурыслыбыҙ. Шул уҡ ваҡытта йыйылған уңышты бушты-юҡҡа исраф итмәү мөһим.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә, иңебеҙҙәге бурыстарҙы тулыһынса үтәп, үҙе алдында тәүәккәл ҡылырға насип итһен. Шулай булһа, иншаллаһ, эшебеҙгә бәрәкәт, уңыш килер. Амин.