Сит кеҫәгә ҡулың менән — судҡа аяғың менән04.04.2013
“Диал” төҙөлөш ойошмаһы етәкселәре ҡулға алынды

Компания етәкселеге күсемһеҙ милек өлкәһендә мутлашыуҙа ғәйепләнә ине. Тикшереү эше өс йылға яҡын барҙы. Ниһайәт, ошо көндәрҙә Өфөнөң Киров районы судында Регина Аброщенко менән Инна Сазоноваға ҡарата асылған 34 осраҡтан торған енәйәт эше ҡаралды һәм хөкөм ҡарары сығарылды.

Улар етәкселек иткән фирма төҙөлөштә ҡатнашып алданыусылар араһында йыш телгә алына. Быға тиклем дә кеше алдауҙан тартынмаған ҡатындар, мутлыҡта ғәйепләнеп, хөкөм язаһына тарттырылған булған. Мәҫәлән, судҡа килеүселәрҙең береһе Фәйез Булатов менән таныштым. Ул һатып алған фатир ҡағыҙҙа ғына бар. Ошо уҙаман кеүек торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашып алданыусылар бер нисә тиҫтәнән ашып киткән. Ә инде уларҙың ғаиләле булыуын иҫәпкә алһаң, зыян күреүселәрҙең һаны бермә-бер арта. Фәйез Булатов иһә былтыр Ғөбәйҙуллин урамында төҙөлөргә тейеш булған йорттан бер бүлмәле фатир һатып алырға була. Бының өсөн ул мутлашыусыларға бер миллиондан ашыу аҡса күсергән. Төҙөлөш планына ҡарағанда, бында 22 ҡатлы йорт һалынырға тейеш. Әммә бөгөн был урында бер ниндәй ҙә төҙөлөш эштәре башҡарылмай. Хатта йортҡа нигеҙ ҙә һалынмаған. Баҡтиһәң, “Диал” компанияһы килешеүҙе банктарҙы йәлеп итмәйенсә төҙөгән. Халыҡҡа иһә был ысул күпкә осһоҙораҡ һәм процентһыҙ тип аңлаталар. Ошо “осһоҙ” хаҡ һәр бер тинен һанаған, әммә киләсәктә фатирлы булыуға өмөтләнгән кешене ылыҡтыра ла инде. Юристар иһә бындай килешеүҙәргә ҡул ҡуйыр алдынан ҡағыҙҙы иғтибар менән уҡып сығырға кәңәш итә. Документтарға ярашлы, һатып алыусы инвестор булараҡ сығыш яһай һәм компания килешеүҙә ҡаралған бурыстарын үтәмәй икән, уны яуапҡа тарттырыуы күпкә ҡыйынлаша.
Судья күсемһеҙ милек өлкәһендә эшләүсе “йүнсел” ханымдарға мутлашыу статьяһы буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы. Зыян күреүселәрҙең дәғүәләре тулыһынса ҡәнәғәтләндерелде. Уға ярашлы, ханымдар алданыусыларҙың сығымдарын ҡапларға тейеш. Фәйез Булатовты суд залынан сыҡҡанда тағы осраттым. Ул ҡарар менән ҡәнәғәт ине. Ниһайәт, ғаиләнең фатирлы булыуға өмөтө бар.


Вернуться назад