Өфөләге “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында “Туризм. Спорт. Ял. Шифаханалар” ХIV төбәк-ара күргәҙмәһе асылды.
Күргәҙмә яҙғы-йәйге осорға шифахана хеҙмәттәре өлкәһен үҫтереүҙең төп үҙенсәлектәрен, туризм һәм спорт, әүҙем ял, сәйәхәт өсөн кәрәк-яраҡ етештереүҙәге яңылыҡтарҙы сағылдыра. Сәләмәт тормошто пропагандалау, йәш быуындың һаулығын һаҡлау, ололарҙың әүҙемлеген арттырыу мәсьәләләре уның программаһында ҙур урын биләй.
Бында Башҡортостан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Магнитогорск, Пермь, Анапа, Һамар, Силәбе, Краснодар, шулай уҡ Швейцария, Израиль, Австрия, Төркиә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре предприятиелары үҙ экспозицияһын асты. Шифахана, профилакторий, ял базалары һәм спорт лагерҙары йәйге ялдың төрлө вариантын тәҡдим итә. Сараны ойоштороусылар Башҡортостандағы туризмға ҙур иғтибар бирә.