Урын өсөн көрәш04.04.2013
Балаларҙы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында урын менән тәьмин итеү мәсьәләһе Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенең иғтибар үҙәгенән төшкәне юҡ, тип әйтеү хата булмаҫ. Ярты быуатлыҡ эшмәкәрлеге осоронда төп маҡсаттарының береһе тап шуға бәйле булды.
Әле ҡалала 431 сабый балалар баҡсаһына сиратта тора. Төҙөлөш эштәренә килгәндә, “Көнсығыш-2” тигән биҫтәләге мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының тиҙҙән асылыуы көтөлә, икенсе бер биҫтәләге ошондай уҡ объект йәйгеһен сафҡа инәсәк.
Бынан тыш, халыҡҡа ҡала хакимиәтенән тағы бер нисә яңылыҡ еткерелде. Беренсенән, һуңғы йылдарҙа күп ҡатлы йорттар иҫәбенә ныҡлы үҫешкән 25-се биҫтәлә бер ҡыйыҡ аҫтында 825 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы комплексы төҙөү башланған. Икенсе яңылыҡ — 27-се мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында һуҡыр балалар өсөн махсус төркөм асыла.
Күңелде ҡырған күренештәр ҙә бар. Мәҫәлән, ҡәҙимге тәртиптә эшләгән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына балалар теүәл йөрөмәй. Ҡайһы бер ата-әсә, төрлө сәбәп табып, сабыйын баҡсаға илтмәй. Бындай күренеш халыҡ йыш һәм күпләп ауырыған ҡышҡы айҙарға ғына хас түгел. Шул уҡ ваҡытта һәр учреждение тулы ҡеүәтенә эшләһен өсөн бюджеттан күп сығым түгелә. Хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Шамил Хәлитов әйтеүенсә, ҡалалағы бындай хәл ныҡлы контролгә алынған, сабыйын бер сәбәпһеҙ баҡсаға йөрөтмәй, фәҡәт урын биләп торған ата-әсәгә ҡарата тейешле саралар күреләсәк.