Дарыу кәрәкме, әллә аҡсамы?04.04.2013
Республикабыҙҙа федераль льготаға эйә 371 меңдән ашыу кеше йәшәй. 1 апрелдән улар ҙа айлыҡ аҡсалата түләүҙәрҙе арттырылған күләмдә (5,5 процентҡа) ала башлаясаҡ.

Шуның менән бергә социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы өсөн ҡаралған аҡса суммаһы ла арта, 1 апрелдән ул 839,65 һум тәшкил итәсәк: 646,71 һумы — түләүһеҙ дарыуҙар алыуға, 100,05 һумы — шифахана-курортта дауаланыуға, 92,89 һумы — ҡала яны тимер юлы һәм дауаланыу урынына барып ҡайтыу өсөн ҡала-ара транспортында бушлай йөрөүгә.
Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Башҡортостан буйынса бүлексә идарасыһы Фоат Хантимеров белдереүенсә, 2013 йылдың 1 мартына социаль хеҙмәттәрҙән файҙаланыусылар һаны 107 603 кеше (29 %) тәшкил иткән. Шулай итеп, льготаға эйә булыусыларҙың 71 проценты социаль хеҙмәттәр йыйылмаһынан баш тартып, уны аҡсалата алыуға өҫтөнлөк биргән. Әгәр ҙә әүәлге ҡарарын үҙгәртергә теләүселәр табылһа, уларҙың 1 октябргә тиклем ғариза менән Пенсия фондына килеүҙәре һорала.

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан
буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәте.


Вернуться назад