“Туған тел” мәҙәниәтте байыта04.04.2013
Милли эстрадалағы күп кенә йәш артистар өсөн үҫеш майҙансығына әүерелгән “Туған тел” халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры телевизион фестиваль-конкурсы Башҡортостанда өсөнсө тапҡыр уҙғарылды.

Ҡунаҡтарҙы республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов, Татарстан Мәҙәниәт министрлығының эштәр идарасыһы Ҡәҙриә Иҙрисова, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов сәләмләне. Фестиваль эшендә Рәсәй Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина ҡатнашты. “Милли йырҙарыбыҙҙы һаҡлауға булышлыҡ иткән, мәҙәниәткә, туған телгә, музыкаға һөйөү тәрбиәләгән был конкурс ысын байрамға әүерелде. Фестиваль тормошобоҙға изгелек, гүзәллек өҫтәй, күп милләтле Башҡортостан һәм Рәсәй ерендә тыныслыҡты, татыулыҡты нығыта, ватан мәҙәниәтен байыта”, — тине депутат сараны асыу тантанаһында.
Конкурста Башҡортостан, Татарстан, Ырымбур, Пермь, Ҡытайҙан йырсылар ҡатнашты. Ринат Ибраһимов, Вахит Хызыров, Хәлиҙә Бегичева, Артур Туҡтағолов, Фәдис Ғәниев, Иҙрис Кәлимуллин кеүек билдәле артистарҙың сығышы байрамға йәм өҫтәне.


Вернуться назад