Етәүҙән – берәү04.04.2013
Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте Башҡортостан ойошмаһының Өфө ҡалаһы Киров районы бүлексәһе рәйесе Зарема Сәхибгәрәеваны яңыраҡ инвалидтар араһында уҙғарылған бер спорт ярышында осратҡайныҡ. Бәләкәй сағындағы йәрәхәт арҡаһында ғүмерлеккә инвалид ҡалған ҡатын үҙ биләмәһендәге егет һәм ҡыҙҙарҙың сығышын ҡарарға килгәйне. Ярыш оҙаҡҡа һуҙылғас, түҙмәне, балаҡайҙарым асығып бөттө инде тип, ҡышҡы һыуыҡта алыҫтағы магазиндан бәлештәр һатып алып килде, термосынан сәй ҡойоп эсерҙе.
Киров районындағы 280 инвалидтың һәр ҡайһыһы өсөн шулай янып-көйә ул, тормоштарында килеп тыуған мәсьәләләр буйынса йыш ҡына төрлө ойошма һәм редакцияларға мөрәжәғәт итә, мәҙәни сараларға бушлай йөрөтөргә тырыша. Әммә тиҙҙән Зарема Закирйән ҡыҙының инвалидтар мәнфәғәтен яҡлау мөмкинлектәре сикләнеүе ихтимал – республика инвалидтар ойошмаһы Өфө ҡалаһы райондарындағы бүлексәләрҙе дөйөм ҡала структураһына берләштерергә йыйына.
Киров, Ленин, Орджоникидзе, Совет һәм Октябрь райондары бүлексәләре рәйестәре, тағы ла ике райондыҡынан айырмалы, бындай ҡарар менән бер нисек тә килешмәй.
– Беҙ былай ҙа хеҙмәт хаҡы алмайынса, күңел ҡушыуы буйынса эшләйбеҙ, һөҙөмтәләребеҙ ҙә бар. Мартта ғына бер нисә спорт сараһы уҙғарырға, инвалидтарҙы циркка бушлай алып барырға өлгөрҙөк. Әгәр хоҡуҡтарҙан ҡолаҡ ҡаҡһаҡ, мисәттәребеҙ алынасаҡ, финанслау булмаясаҡ, яйлап кабинетһыҙ ҙа ҡалыуыбыҙ ихтимал, – тип борсола Зарема Сәхибгәрәева.
Килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡ Башҡортостан инвалидтар ойошмаһы етәкселеге һәм бүлексә рәйестәре берлегендә уҙған “түңәрәк өҫтәл”дең төп темаһына әүерелде. Унда Башҡортостан хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Марат Исхаҡов та ҡатнашты.
Сарала билдәле булыуынса, Өфө ҡала инвалидтар ойошмаһы Рәсәй Федерацияһының Юстиция министрлығында теркәлергә лә өлгөргән. Һөҙөмтәлә ҡала райондары бүлексәләренә квартал һайын түләнеп килгән һигеҙ мең һум аҡса күсерелмәй башлаған.
Был мәсьәләлә ике яҡтың да фекере менән килешергә мөмкин. Шулай ҙа йәмәғәт башланғысында эшләгән район бүлексәләре рәйестәрен хоҡуҡтарҙан мәхрүм итеү урынына уларҙы дәртләндереү дөрөҫөрәк булмаҫ инеме икән?
Олег РОТОВ, Башҡортостан инвалидтар ойошмаһы рәйесе:
– Законға ярашлы, ҡалала ойошманың бары тик бер бүлексәһе булырға тейеш, ә Өфөлә улар – етәү. Идара ағзаларының күпселек тауышына һәм законға таянып, уларҙы берләштерергә ҡарар ителде, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте ағзаһы Андрей Свешников рәйес итеп һайланды.
Берләштереү Өфө инвалидтары тормошонда мотлаҡ ыңғай сағылыш табасаҡ, сөнки уларҙы хәҙер теге йәки был районға бүлеп ҡарамаясаҡтар. Финанслау мәсьәләһенә килгәндә, аҡса элекке кеүек квартал һайын күсерелмәйәсәк, ә төрлө саралар өсөн генә бүленәсәк, йәғни маҡсатлы тотоноласаҡ. Райондарҙағы бүлексәләр бүлмәләренән дә мәхрүм ителмәй.