Сабый ҙа үҫә, һөнәр ҙә була17.12.2011
Хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште кәметеүгә йүнәлтелгән өҫтәмә саралар программаһына ярашлы, йыл аҙағына тиклем һөнәрен үҙгәртеү курстарын үтеүсе декрет ялындағы ҡатындарҙың һаны 1092-гә етәсәк.
Бер кешене ҡабаттан һөнәри әҙерләү өсөн уртаса 9 мең һум аҡса талап ителә. Ҡаҙнанан иһә был ғәмәлгә 9050-шәр мең һум бүленгән.
Өс йәшкә тиклем сабыйын тәрбиәләүсе һәм яңы һөнәр үҙләштерергә теләүсе иң әүҙем әсәләр – баш ҡалала: 550 ҡатын махсус курстар үткән. Шулай уҡ исемлектә Ишембай, Стәрлетамаҡ, Белорет, Дәүләкән ҡалаларында, Күгәрсен, Шаран, Өфө райондарында йәшәүсе әсәйҙәр бар.


Вернуться назад