Яңылыҡтарҙы нисек баһалайһығыҙ?03.04.2013
Ил Президенты Владимир Путин Дондағы Ростов ҡалаһында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты конференцияһында ҡатнашты. Йәмғиәттә социаль ғәҙеллек булдырыуға арналған форумда мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, бәләкәй эшҡыуарлыҡ, ғаилә сәйәсәте һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Конференцияла Владимир Владимирович берҙәм мәктәп формаһын раҫлау идеяһын хупланы һәм “Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт геройы” тигән маҡтаулы исем булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Гәзит уҡыусыларға “Ил башлығының был аҙымдарын нисек баһалайһығыҙ?” тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Ғәйфулла СӘЙФЕТДИНОВ, хеҙмәт ветераны, Бөрйән районы:
— Совет осоронда “Социалистик Хеҙмәт Геройы” исеменә лайыҡ булғандар менән нисегерәк ғорурлана торғайныҡ! Йәш быуын тап уларҙың өлгөһөндә ныҡлы ихтыярлы, эшһөйәр булып үҫте. Совет власы бөткәс, был исем дә юғалды. Иленә тоғро хеҙмәт иткән кешенең ҡәҙере бөтөп, донъя “аҡһөйәктәр” менән тула башланы. “Хеҙмәт геройы” исемен булдырыу был хатаны төҙәтергә мотлаҡ ярҙам итер, тип ышанам.

Светлана ТИМЕРШИНА, уҡытыусы, Бөрө ҡалаһы:
— Был белем биреү өлкәһе өсөн айырыуса отошло. Ике башланғыстың да нигеҙендә йәмғиәттә социаль тигеҙлек булдырыу маҡсаты ята. Берҙәм мәктәп формаһын индереү уҡыусылар араһындағы айырмалыҡты ниндәйҙер кимәлдә бөтөрөүгә юл асһа, “Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт геройы” исеме йәштәр өсөн кемгәлер һалышмайынса, үҙ көсөң менән тырышып эшләү кәрәклеген төшөндөргән маяҡ булыр ине.

Зөлфиә ЮЛҒОТЛИНА, Сибай ҡалаһы:
— Бөгөнгө тигеҙһеҙлек заманында “Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт геройы” исемен ысынлап та лайыҡлыларҙың алырына шикләнәм. Эшкә түгел, ҡағыҙҙағы мәғлүмәткә күберәк иғтибар бирәләр бит хәҙер.

Иршат ХИСМӘТУЛЛИН, эшсе, Межгорье ҡалаһы:
— Балалар араһындағы социаль тигеҙһеҙлекте мәктәп формаһы менән генә ҡаплау мөмкин түгел. Айырмалыҡ барыбер күренеп тора: уҡыусы ниндәй кеҫә телефоны алып йөрөй, ата-әсәһе уны уҡырға ниндәй транспортта — затлы автомобилдәме, әллә трамвай-троллейбустамы — алып килә һәм башҡалар. Ә “Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт геройы” тигән исемде ысын күңелдән хуплайым. Хеҙмәт кешеһенә иғтибар артһа, мәктәптәге тигеҙһеҙлектәр ҙә бөтөр.

Сәбилә ТӨХВӘТУЛЛИНА, эшҡыуар, Баймаҡ районы:
— Рәсәй Президентының ике аҙымын да хуплайым. Яңы исем буйынса шәхси фекерем дә бар: совет осоронда фиҙакәр хеҙмәт итеп, был ҡоролош ҡыйратылғас, үҙен ҡанаты ҡайырылғандай хис иткән, хәҙер эшһеҙҙәр рәтен йәки хаҡлы ялдағылар сафын тулыландырған кешеләрҙең ҡаҙаныштарын барлап, “Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт геройы” исеменә тәҡдим итеүҙе ойоштороп булмаҫмы икән? Уларҙың күбеһенең йәмғиәттәге абруйы һаман да юғары бит.


Вернуться назад