Шашынған йылға алдында көсһөҙ инек...03.04.2013
Быйылғы ҡыш үҙенең ҡары менән һөйөндөрҙө: юғиһә ер һыуһыҙ интегә ине. Әммә ҡарҙың муллығы яҙын ташҡындар хасил итә. Өс йыл элек кенә булған ваҡиға хәтеремә төштө.

2010 йылдың 21 апрелендә Хәйбулла районының Быҙаулыҡ, Һамар, Бүребай ауылдары өсөн тетрәндергес ҡаза булды — көтмәгәндә ҙур ташҡын башланды. Берәү ҙә бындай һынауға әҙер түгел ине, сөнки эргәләге Быҙаулыҡ йылғаһы тәрән түгел, һәм быға тиклем ундай ҡот осҡос күренештең булғаны ла юҡ. Ваҡиғаның сәбәпсеһе һыу һаҡлағыс булыуы хаҡында кешеләр һуңынан ғына белеп ҡалды. Ул Быҙаулыҡ ауылынан ике саҡрым өҫтәрәк урынлашҡан. Тәғәйенләнешенә килгәндә, байыҡтырыу фабрикаһының ҡалдыҡтары тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәһен өсөн төҙөлгән. Шул объектты төҙөгән саҡта технологияны дөрөҫ ҡулланмағандары өсөнмө йә иһә кемдеңдер яуапһыҙлығы арҡаһындамы — был яғы беҙҙең өсөн ҡараңғы — ауылды һыу баҫты ла инде. Өҫтәүенә ташҡын ҡар һыуы иреп төшөп, йылға кимәле күтәрелгән саҡҡа тура килде. Мин үҙем дә был күренештең шаһиты булдым. Һыу күҙгә күренеп күтәрелде, яйлап ҡына ауылға яҡынайып, баҡсаларҙы, аҙбарҙарҙы, ихаталарҙы баҫты, хатта түбәндәрәк урынлашҡан биш-алты йорт эсенә лә үтте. Йылға буйындағы ферманы күҙ асып йомған арала күмеп, ундағы 200-ләп баш малды ағыҙып алып китте. Шаҡ ҡатып ҡарап торҙоҡ: бәләгә тарыған ҡош-ҡорттоң йәлләткес ҡысҡырышыуын ишетһәк тә, яҡынса алты метр бейеклегендәге тулҡындың кәртә, мунса, бәҙрәф, бағана, ҡоймаларҙы үҙ ҡуйынына алыуын күрһәк тә, шашынған йылға алдында көсһөҙ инек.
Кискә табан йылға үҙенең кимәленә ҡайтҡайны инде, әммә был ташҡын ҡалдырған эҙҙәр ҡот осҡос булды: ауыл янындағы күпер емерелгән, ҡайһы бер ерҙә ҙур-ҙур боҙ киҫәктәре, ә Һамар ауылы яғындараҡ, йылға буйында мал үләкһәләре ята. Был көн барыһының да иҫендә тәрән уйылып ҡалды.
Һүҙҙе йомғаҡлап шуны әйткем килә: һыу һаҡлағысты төҙөгән саҡта барлыҡ ҡағиҙәләрҙе тейешенсә үтәһәләр, бәлки, һәләкәткә юл ҡуйылмаҫ ине. Ярай, унда һыу күп булмаған, юғиһә ошо өс ауылдың бөтөнләй юҡҡа сығыуы ихтимал ине бит. Һәр кем үҙенсә һығымта яһар, тип ышанам.


Вернуться назад