Һыу ҡапыл киләсәк03.04.2013
Баш ҡалабыҙҙы республиканың төп һыу артериялары тип һаналған йылғалар уратып алған, шуға ла Өфөнөң ҡайһы бер райондарын һыу баҫыу ихтималлығы көслө. Айырыуса быйыл, ташҡындың ҡапыл күтәрелеүе хәүефе ҙур булғанда, был мәсьәлә көнүҙәк.

Ҡалала яҙғы һынауға әҙерлек күптән башланды. Шулай ҙа һыуҙың йылғалар ташыу сәбәпле генә түгел, ҡарҙың тиҙ иреүенә бәйле лә ҡалҡыуы бар. Яуаплы хеҙмәттәр ҡала юлдарын, урамдарҙағы һыу ағыҙыу коллекторҙарын таҙартты.
Алдан күҙаллауҙар буйынса, баш ҡалала 3500-ҙән ашыу кеше йәшәгән меңдән ашыу йорттоң һыу баҫҡан биләмәлә ҡалыуы ихтимал. Ағиҙелдең кимәле — 680 – 780, Ҡариҙелдеке — 710 – 810, Димдеке 610 – 710 сантиметрға етер, тип фаразлана. Баш ҡала эргәһендәге йылғалар ғәҙәттәгенән бер-ике көнгә иртәрәк асыласаҡ. Ҡариҙел йылғаһы 4 – 10 апрелдә боҙҙан әрселһә, Ағиҙел менән Димдең өҫтө саҡ ҡына һуңғараҡ асылыуы көтөлә. Ҡотҡарыусылар һәм гидроэнергетиктар билдәләүенсә, Затон, Дим, Нижегородка биҫтәләрендә, Кооператив аҡланында йәшәгән кешеләргә ташҡынға әҙер булыу фарыз.
Уҙған йылдағынан һабаҡ алып, халыҡ бурҙарҙан ҡурҡа һәм йортон ташлап китеүҙән баш тарта. Тик был осраҡта донъя малы тураһында түгел, тәү сиратта хәүефһеҙлек хаҡында уйларға кәрәк. Әгәр ҙә көтөлмәгән хәл тыуһа, тиҙ арала ярҙамға киләсәк ҡотҡарыусылар төркөмө — “112” хеҙмәте — эшләй. Ул 53 ҡотҡарыусынан, 19 йөҙөү сараһынан тора.


Вернуться назад