Йәнә артты03.04.2013
Рәсәй Хөкүмәте ҡарарҙарына ярашлы, 1 апрелдән пенсиялар күләмен индексациялау коэффициенттары раҫланды.

Хеҙмәт пенсияһы күләме 3,3 процентҡа арта. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ошо йылдың 1 февраленән ул 6,6 процентҡа индексацияланғайны. Рәсәй Пенсия фондының идара ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, һөҙөмтәлә ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме 9800 һумдан 10 085 һумға тиклем күтәреләсәк. Республикала социаль пенсияларҙың уртаса күләме 6 024 һум тәшкил итәсәк.
Ике пенсия алыусыларҙың да аҡсаһы арта. Уларҙың уртаса күләме 16 800 һумдан 25 400 һумға тиклем тирбәлеүе көтөлә.
Бынан тыш, 1 апрелдән юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән һәм айырым хеҙмәттәр күрһәткән граждандар өсөн булдырылған өҫтәмә матди ярҙам күләмдәре лә 1,81 процентҡа күтәрелә. Шулай уҡ күләмдәре социаль пенсия күләменә бәйле дәүләт пенсияларының бөтә төрҙәре лә арттырыла.

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан
буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәте.


Вернуться назад