Өфөлә йәшәүе еңелерәк03.04.2013
Рәсәй Йәмәғәт палатаһының агросәнәғәт комплексы буйынса эш төркөмө быйыл февралдә илдең ҙур ҡалаларында социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә һәм хеҙмәттәргә хаҡты күҙәткән. Был исемлеккә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр, дарыуҙар, социаль аҙыҡ-түлек, шулай уҡ автомобиль хаҡтары ингән.
Мониторинг мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Өфөлә ошо әйберҙәргә һәм хеҙмәттәргә сығымдар индексы 11 414 һум тәшкил иткән. Баш ҡалабыҙ Воронеж (11 590 һум) һәм Омск (11 668 һум) менән бер рәттән тормош өсөн иң арзан ҡалалар исемлегендә тора. Хабаровск “иң ҡиммәтле” тип танылған. Унда халыҡтың сығымдары индексы — 16 381 һум. Екатеринбург (13 457 һум) һәм Красноярск (13 352 һум) бер аҙға ғына ҡалыша.
Рәсәй буйынса февралдә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр 0,7 процентҡа ҡиммәтләнгән һәм уртаса 3 900 һум тәшкил иткән. Өфөлә был күрһәткес иң түбәне — 2 814 һум. Ошо уҡ айҙа ил төбәктәрендә аҙыҡ-түлеккә хаҡтың арзанайыуы күҙәтелгән. Был күрһәткес уртаса 0,6 процентҡа кәмегән һәм 2 909 һумға тиң булған.
Өфөлә социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлек ил буйынса сағыштырғанда ярайһы уҡ арзан — 2 788 һум. Шулай уҡ дарыуҙарға уртаса хаҡ та 0,3 процентҡа түбәнәйгән һәм 1 650 һум тәшкил иткән.