Кәрим Хәкимовҡа хөрмәт йөҙөнән03.04.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Совет дипломаты, ижтимағи-сәйәси эшмәкәр, яҡташыбыҙ Кәрим Ғәбдрәүеф улы Хәкимовтың тыуыуына 125 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы.
Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Указға ярашлы 2015 йылда Башҡортостанда СССР менән ғәрәп-фарсы илдәре араһында яҡшы мөнәсәбәттәр булдырыуға ҙур өлөш индергән Кәрим Хәкимовтың юбилейына арналған тантаналар ойоштороласаҡ. Башҡортостан Хөкүмәте Бишбүләк районы хакимиәте менән берлектә ойоштороу комитеты составын раҫларға, юбилей тантаналарының планын эшләргә, финанслау тәртибен билдәләргә тейеш.
Указдың үтәлешенә контроль Башҡортостан Президенты Хакимиәтенә йөкмәтелгән.