Изге ғәмәлдең шарттарын үтәү мотлаҡ17.12.2011
Быйыл Башҡортостандан бер төркөм хаж ҡылыусылар (90-ға яҡын), ике туристик фирманың ваҡытында путевкалар бирмәүе сәбәпле, изге сәйәхәттән мәхрүм ҡалғайны. Һөҙөмтәлә улар, Сәғүд Ғәрәбстаны Короллеге илселегенә һәм Рәсәй, республика етәкселегенә мөрәжәғәт итеп, яҡлау эҙләргә мәжбүр булды.
Йөҙгә яҡын алданған яҡташыбыҙға Хаж хәйриә фонды ярҙам итәсәк: 2012 йылда улар сәфәр ойоштороу мәсьәләһен үҙ иңенә алмаҡсы. Әлбиттә, сәйәхәт ҡаршылыҡһыҙ үтһен өсөн документтарҙы теүәлләү, юлға тыйылған әйберҙәр алмау, багаждың 20 килограмдан да артмауы зарур. Унан тыш, Хаж хәйриә фонды, башҡа туристик фирмаларҙан айырмалы рәүештә, барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ире йәки ир затынан булған туғаны оҙатыуында сәйәхәт ҡылырға тейеш тигән шарт ҡуя. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хажға барыусы гүзәл заттарҙың 90 проценты быға әһәмиәт бирмәй.


Вернуться назад