Нисек аҡсалы булырға?18.11.2011
Аҡса аҡсаға тартыла. Быны хатта беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа белгән. Быуаттар дауамында аҡсаны үҙеңә йәлеп итеүҙең төрлө юлдары, ысулдары тупланған.
Һәр халыҡтың үҙ аҡса талисманы бар: урыҫтарҙа — биш тин; американдарҙа — беренсе эшләп алған доллар; немецтар иһә кеҫәһендә йәки янсығында бөкләнгән йәиһә тишелгән тинлек йөрөткән. Ҡытайҙарҙың аҡса амулеты — уртаһы тишелгән һәм бер-береһенә ҡыҙыл еп менән бәйләнгән 3 юань. Талисманды ла, кеҫәләге аҡсаны ла ваҡыт-ваҡыт һыйпап, яратып торорға кәрәк — табыш килһен өсөн.
Ҡағыҙ аҡсаны янсыҡҡа мисәтле яғын өҫкә йәиһә үҙеңә ҡаратып ҡуйырға кәңәш ителә. Улар бөкләнеп ятырға тейеш түгел. Тигеҙ, матур итеп урынлаштырығыҙ. Инглиздәр аҡсаға ҡытлыҡ кисереүселәргә кеҫәгә үрмәксе һалырға ҡуша. Ә бына урыҫ сауҙагәрҙәре борон-борондан яҙ көнө беренсе кәкүк тауышы ишетеү менән кеҫәләге аҡсаларын шылтыратҡан. Был аҡса бер ҡасан да кәмемәй, тигәнде аңлата.
Ышанырғамы-юҡмы, быныһын һәр кем үҙе хәл итә. Аҡса килтереүҙең йәнә бер ҡыҙыҡ юлы бар. Күктә яңы ай тыуған көндө уға ҡарағыҙ ҙа баш эйегеҙ, уны сәләмләгеҙ... һәм бүләк көтөгөҙ — яңы ай был хөрмәт-ҡәҙер өсөн мотлаҡ һеҙгә рәхмәт әйтергә тейеш. Иң мөһиме — ай тыуған көндө аҡса янсығығыҙҙы уға күрһәтеп, һелкетергә онотмағыҙ. Тинлек тә ярай — уны усығыҙға һалығыҙ ҙа айға ҡарап теләк теләгеҙ. Теләгегеҙ финанс өлкәһенә ҡағылышлы булырға тейеш. Ай үҫкән һайын һеҙҙең капиталығыҙ ҙа артыр.
ХХI быуатта йәшәһәк тә, беҙ һаман серле билдәләргә, ырымдарға ышанабыҙ. Мәҫәлән:
3 шишәмбе көндө бурысҡа аҡса бирмәгеҙ — ғүмер буйы бурыслы булып йәшәрһегеҙ;
3 аҡсаны һул ҡул менән алығыҙ, ә уң ҡул менән бирегеҙ;
3 аҡса гөлө (толстянка) ултыртығыҙ. Әммә уны һатып алмағыҙ, ә үҙегеҙ кескенә саҡтан алып үҫтерегеҙ;
3 аш-һыу бүлмәһендә эскәтер йәиһә клеенка аҫтына аҡса һалырға онотмағыҙ — йортоғоҙҙан аҡса өҙөлмәҫ;
3 аҡса иҫәп ярата. Әммә “копилка”ла тупланған аҡсағыҙҙы ҡат-ҡат һәм, иң мөһиме — кисен һанамағыҙ;
3 аҡса һыу кеүек тиҙ ағыусан, шуға ла өйөгөҙҙә төҙөк булмаған сантехника булмаһын, унитаз ҡапҡасын гел ябыҡ тотоғоҙ.
Шундай хөрәфәт тә бар — урамда осраған тин аҡсаны алырға ярамай, бигерәк тә юл саттарындағыһын. Уның әфсенләп-төфсөнләп ташланған булыуы ихтимал. Бындай аҡсалар тотоноп үҙегеҙгә ғүмерлек сир алыуығыҙ ҙа бар. Японияла, мәҫәлән, кеше юлда аҡса янсығы күрһә, уны урап үтә. Сөнки ул, бындай көтөлмәгән бүләк өсөн яҙмыш уның ҡәҙерле булған әйберен тартып аласаҡ, тип уйлай.