Ҡотлайбыҙ!03.04.2013
Ҡотлайбыҙ!Донъялағы иң ҡәҙерле кешебеҙ Кәрим Фәтих улы Азаматовты 60 йәшлек ғүмер байрамы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Уға ауырыу-һыҙланыу белмәй, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, туғандарына шатлыҡ таратып, килен менән тигеҙ ҡартлыҡта, балаларының игелеген-изгелеген күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
Кәрим улым! Һин булғанда ҡояш нур сәсә. Мин һинең ярҙамың менән генә йәшәйем. Һин – кәңәшсем дә, күҙ нурым да. Бөтә әсәләрҙең дә улдары минең Кәримем кеүек аҡыллы, тәүфиҡлы, һөйкөмлө, кешелекле, ярҙамсылдыр. Хоҙай Тәғәлә һиңә сәләмәтлек бирһен!

Шатлыҡ тулы яҡты көндәр
Һиңә генә юлдаш булһын!
Бөгөнгө матур миҙгелдәр
Гел ҡабатланып торһон!

Ҡатының, улдарың Марат, Вадим, Рушан, килендәрең Гөлназ, Әлиә, Алина, ейәндәрең Артем, Булат, һеңлең Роза менән ҡустың Камил һәм уларҙың ғаиләләре, бөтә туғандарың исеменән әсәйең Ғаян.

* * *
Ҡотлайбыҙ!Ғафури районының Ташбүкән ауылында тыуып үҫкән, хәҙер Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә йәшәгән Ғаяз Мәғәфүр улы Кәримовты алтын юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ғаяз Мәғәфүр улы, Башҡортостан дәүләт медицина университетында стоматолог һөнәренә уҡып белем алғандан һуң, Өфөлә эшкә ҡала. 2-се стоматология поликлиникаһында ике тиҫтә йылдан ашыу эшләп, оло тәжрибә туплай, үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылды. Хәҙерге ваҡытта, Ҡырмыҫҡалы ауылының Сейәле урамында "Коралл" стоматология үҙәген асып, уңышлы эшләп йөрөй. Бында дауалау, теш, протез ҡуйыу, теш үҫтереү, рентген-диагностика хеҙмәте лә күрһәтелә.
Фиҙакәр хеҙмәте, заманса дауалау ысулдарын киң ҡулланғаны өсөн ул "Рәсәйҙең I дәрәжәле стоматология алдынғыһы" исеменә, башҡа бүләктәргә лайыҡ булған.
Ғаяз Мәғәфүр улы тормош иптәше, Өфө һылыуы Венера Миңнеғази ҡыҙы менән татыу ғаиләлә өс балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарҙы. Ҡыҙҙары Индира менән Диана, баш ҡалала стоматолог һөнәренә эйә булғандан һуң, ата-әсәләре менән бергә "Коралл"да хеҙмәт итә, ә улдары Нияз иһә медицина колледжында белем ала.
Тәрән белемле һәм иғтибарлы, асыҡ күңелле һәм ярҙамсыл кешеһегеҙ, һәр эшкә бөтә көсөгөҙҙө һалып, шунан илһам алып йәшәйһегеҙ, хөрмәтле Ғаяз Мәғәфүр улы. Киләсәктә уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ. Ғаиләгеҙгә ныҡлы терәк, яҡындарығыҙға тоғро кәңәшсе булып, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә ҡыуанып, оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.

Яҙҙар менән килдең һин был ергә,
Яҙҙар килһә, донъя йәшәрә.
Бәхет, шатлыҡ һәм таҙалыҡ менән
Бергә-бергә яҙһын йәшәргә.

Иң изге теләктәр менән дуҫтары.


Вернуться назад