Мәшһүр әҙиптең аманаты: “Мәктәптәрҙе япмаһындар!..”02.04.2013
Мәшһүр әҙиптең аманаты: “Мәктәптәрҙе  япмаһындар!..”Күп милләтле республика халҡы мәшһүр драматург, һоҡланғыс шәхес Нәжиб Асанбаевты һуңғы юлға оҙатты. Арҙаҡлы шәхесебеҙ менән бәхилләшергә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт әһелдәре, әҙиптең яҡташтары килгәйне.

Рөстәм Зәки улы, мәрхүмдең туғандарының һәм йәмәғәтселектең оло ҡайғыһын уртаҡлашып, Нәжиб Асанбаевтың әҙәбиәтебеҙҙе үҫтереүгә тос өлөш индереүен билдәләне.
Ә инде Салауат башҡорт драма театры директоры Наилә Сәфәрғолованың телмәрен халыҡ тетрәнеп тыңланы. Ул Нәжиб Асанбаевтың һуңғы васыятын еткерҙе:
— Нәжиб ағай үлем түшәгендә ятҡанда мине янына саҡырып алды, — тине күҙ йәштәрен тыя алмай Наилә Абдулхай ҡыҙы. — Тәүҙә ҡайһы театрҙа ниндәй әҫәрҙәре барыуы хаҡында һорашты, шунан ни сәбәпле саҡырыуын да әйтеп бирҙе: “Башҡортостанда 100-гә яҡын мәктәп ябыласаҡ тип ишеткәйнем, шул дөрөҫмө? Был турала ишеткәс, тағы ла нығыраҡ һыҙлана башланым. Әгәр шул хәбәр дөрөҫ булып сыҡһа, беҙ ижад иткән әҫәрҙәрҙе кем уҡыр? Ул саҡта телебеҙ ҙә, мин яратҡан театр ҙа бөтәсәк. Был юлдан барырға ярамай! Бына мин үлгәс, хушлашыр өсөн ҙур етәкселәр ҙә килер. Һин, Наилә, ошо һуңғы васыятымды шунда еткерерһең. Япмаһындар мәктәптәрҙе! Ундай хилафлыҡҡа юл ҡуймаҫ өсөн һәр кем хәленән килгәнсе тырышһын”.
Үҙе баҡыйлыҡҡа күскән бер мәлдә, халыҡты, мәктәпте, туған телде ҡурсалап, васыят ҡалдырыуы — оло батырлыҡ.
— Нәжиб Асанбаевтың аманатын тормошҡа ашырыу өсөн белем усаҡтарын һаҡлап ҡалыу йәһәтенән бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ, — тип белдерҙе бәхилләшеү сараһын алып барған Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.
Саф күңелле, кешелекле әҙиптең арабыҙҙан китеүе — ҙур ҡайғы. Әммә уның әҫәрҙәре сәхнәләрҙе елкетеүен, меңдәрсә күңелдәрҙе һоҡландырыуын дауам итәсәк әле.


Вернуться назад