Драматургия генералы02.04.2013
Драматург, арҙаҡлы шәхес Нәжиб ағай Асанбаевтың арабыҙҙа юҡлығына ышанғы килмәй. Ул бөтә ғүмере буйына командир булып йәшәне һәм ижад итте.
Бөйөк Ватан һуғышында хәрби офицер дәрәжәһендә батарея командиры булып Бөйөк Еңеүгә үҙенең өлөшөн индерһә, тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайтҡас, талантын әҙәбиәткә хеҙмәт итеүгә арнаны. Бында ла ул командир булды, мин уны драматургия генералы тип атар инем. Нәжиб Вилдан улы үҙе кеүек үк бөйөк шәхестәр тураһында драмалар яҙып һәйкәл ҡуйҙы. Советтар Союзы Геройы, шағир Муса Йәлилгә арнап “Ҡанат йәйгәндә” тигән драмаһын ижад итте. Ул Салауат башҡорт дәүләт драма, Татарстандың күп театрҙарында ҡуйылды.
Башҡортостаныбыҙҙың илаһи шәхесе, СССР-ҙа ғына түгел, ә донъя күләмендә күренекле дипломат булған Кәрим Хәкимов тураһында драматик поэма ижад итте. Уның был әҫәре 20-нән ашыу ғәрәп илендә сәхнәләрҙән төшмәне. Бөтә ғәрәп донъяһы башҡорт дипломатын данланы. 1937 йылғы шәхес культы ҡыйралышы ваҡытында нахаҡҡа ғәйепләнеп, Кәрим Хәкимов ҡулға алынғас, Сәғүд Ғәрәбстаны СССР менән дипломатик бәйләнешен өҙҙө. Ошо ваҡиғалар менән тетрәнеп яҙҙы үҙенең драмаһын Нәжиб ағай. Ә һуңғы йылдарҙа милләтебеҙҙең бөйөк шәхесе Зәки Вәлиди тураһындағы драмаһы ҙур уңыш менән барҙы.
Нәжиб ағай Асанбаевтың проза әҫәрҙәре, публицистикаһы, бигерәк тә драматургияһы тураһында бик күп һөйләп булыр ине. Бөйөк шәхес Өфөлә йәшәһә лә, беҙҙең Стәрлетамаҡты онотманы. Был төбәктән күп кенә драматургтар сығыуы ла — Нәжиб ағай Асанбаевтың хәстәрлеге тип әйтер инем. Тәжрибәле булараҡ, ул һәр ваҡытта ла тос фекерҙәре менән ярҙам итә торғайны.
Бәхил бул, ил ағаһы һәм аҡыл эйәһе!