Ҡышҡы һалҡындар ҡурҡыныс түгел17.12.2011
Башҡортостан ҡышҡа әҙерлек буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды яулаған.
Илдең башҡарма власть органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген баһалағанда ҡышҡа әҙерлек саралары күләме һәм уларҙы ойоштороу ваҡыты иҫәпкә алына. Айырыуса йылылыҡ, һыу, газ, электр менән тәьмин итеүсе объекттарҙың хәл-торошона, резервтағы яғыулыҡ күләменә, торлаҡ фонды һәм инженер инфраструктураһына ҙур иғтибар бүленә.