Бәләкәй авиация үҫеш ала02.04.2013
1 апрелдән Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында бәләкәй авиацияны үҫтереү программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Проекттың төп маҡсаттарының береһе — халыҡтың эш әүҙемлеген арттырыу, төбәктәрҙе иҡтисади йәһәттән өҫтәмә үҫтереү.
Был программа федераль округ төбәктәрендәге аэропорттарҙың инфраструктураһын яңыртыу мөмкинлеге бирәсәк. Күҙаллауҙарға ҡарағанда, пассажирҙар ташыу быйыл уҡ артасаҡ. Ер транспортында йөрөү менән сағыштырғанда йылына 1,5 миллион сәғәт экономиялана. Пассажирҙар авиабилет хаҡының 50 процентын ғына түләйәсәк, ә ҡалғаны федераль һәм төбәк ҡаҙналарынан ҡапланасаҡ. Проекттың үҙенсәлеге шунда: Волга буйы федераль округы төбәктәре араһындағы рейстарға билеттар махсус тариф буйынса һатыла.
Белгестәр билдәләүенсә, Мәскәү аэропорттарына инмәйенсә, округтағы бер төбәктән икенсеһенә осоу мөмкинлеген күптәр көтөп алды. Программа шулай уҡ Рәсәй самолеттарын эшләү өсөн сәнәғәткә этәргес бирәсәк. Өҫтәүенә, яңы эш урындары ла барлыҡҡа киләсәк. Киләһе йылдан проектты Рәсәйҙең барлыҡ федераль округтарында ла тормошҡа ашырырға ҡарар ителде.