Бала хаҡына02.04.2013
Башҡортостан Хөкүмәтендә Бәлиғ булмағандарҙың эштәре һәм уларҙың хоҡуғын яҡлау комиссияһының ултырышы үтте. Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова алып барҙы.

Сарала “Башҡортостанда бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында”ғы республика Законын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде. Был Закон балалар өсөн комендант сәғәтен булдырыуҙы, төндә улар яңғыҙ урамда йөрөгән өсөн ата-әсәләрҙең яуаплылығын көсәйтеүҙе күҙаллай. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, үҫмерҙәр енәйәтселеге былтыр 16,3 процентҡа кәмегән.
— Власть ошо акция ярҙамында балаларҙы ҡурсаларға тырышһа ла, “комендант сәғәте” ҡайһы бер ата-әсәләрҙә хуплау тапмай, — тине Лилиә Ғүмәрова. — Йәмғиәтебеҙгә комендант сәғәтенең балаларҙы ҡотҡарыу сәғәте булыуын аңлатырға кәрәк.
Ултырышта ҡатнашыусылар бала хоҡуғы буйынса вәкилдәрҙең быйыл 16–18 апрелдә Өфөлә үткәреләсәк Бөтә Рәсәй съезында ошо мәсьәләгә иғтибарҙы йүнәлтергә тәҡдим итте. Форумда, хоҡуҡ яҡлаусыларҙан тыш, мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың һаулығын һаҡлау, реабилитациялау, уларға ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре менән шөғөлләнгән белгестәр ҡатнашасаҡ.


Вернуться назад