Күренекле драматург, ялҡынлы публицист, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Нәжиб Асанбаев менән 1959 йылдың авгусында танышҡайным.
Ул ваҡытта Башҡортостан — нефть эшкәртеү, Татарстан нефть сығарыу буйынса Советтар Союзында беренселекте алып тора ине. Шуға бәйле беҙҙә лә, уларҙа ла республика гәзиттәрендә “Нефть-химия” бүлеге эшләй башланы. Мин — “Кызыл таң”да шул бүлектең әҙәби хеҙмәткәре. Нәжиб Асанбаев — үҙ хәбәрсеһе. Бер саҡ баш мөхәрриребеҙ Ғ. Алмаев мине Салауат нефть химияһы комбинатына һәм ул ҡаланан әллә ни алыҫта булмаған нефть промыслаларына ебәрҙе. Беренсе бурыс — был районда гәзиттең үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән Нәжиб Асанбаевты табыу.
Таптым. Асыҡ йөҙлө, күркәм ҡиәфәтле, минән бер ни ҡәҙәр бейегерәк ир менән әллә ҡасанғы таныштар кеүек ҡосаҡлашып күрештек. Иң тәүҙә ул мине Салауаттағы өс бүлмәле фатирына сәйгә алып китте. Беҙҙе Нәжибтең үҙе төҫлө яҡты йөҙлө, асыҡ сырайлы, сибәр, мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына хас булғанса, әҙәпле, итәғәтле хәләл ефете Наилә ханым ҡаршы алды. Мин йәш саҡта һүҙгә һаран инем. Хәйер, хәҙер ҙә шулай. Ә яңы дуҫтарым күгәрсендәй гөрләшә. Уларҙың бер-береһенә булған итәғәтле мөнәсәбәте һоҡландырҙы.
Мин — филолог. Шуға күрә нефть-химия фәне диңгеҙендә иркен йөҙә алмайым әле. Ә Нәжиб, күп йылдар белемле техник, аҡыллы инженер, эшселәр менән аралашып, дуҫлашып, фекерләшеп йәшәгәнлектән, кем әйтмешләй, барлыҡ эш төрҙәрен биш бармағылай белә. Белгәнен дә ҡат-ҡат һорашҡан була. Быныһы минең өсөн. Мин яҙмайым. Мәгәр күңелгә ныҡ һеңдерәм. Шуныһы шатлыҡлы: юлдашымды һәр ерҙә хөрмәт менән ҡаршылайҙар. Ҡосаҡлашып күрешеүҙәре лә булып ала. Нәжиб Асанбаев кешеләрҙе ярата. Был сифат үҙенә иманлы рух булып ҡайта.
Нефть промыслаларында скважинанан скважинаға йәйәү йөрөнөк беҙ. Операторҙар менән осрашабыҙ. Бер будкаға килеп төртөлгәйнек, эсенә инһәк — иҙәнгә хуш еҫле йәшел үлән йәйелгән. Шунда бер аҙ хәл йыйып алырға иҫәп тотабыҙ.
Беҙ бында ныҡлап танышырға булдыҡ. Нәжиб Асанбаев — батарея командиры. Мин — артиллерияның бер төрө булып иҫәпләнгән полк минометы расчеты командиры. Ике фронтовик. Һуғыштағы хәлдәр тураһында фекер алышҡандан һуң, әҙәбиәт донъяһына инеп киттек. Мин бында килгәнсе үк Нәжибтең башта сәсмә әҫәрҙәр яҙыуы, публицистика менән шөғөлләнеүе, Башҡорт академия драма театрында “Беҙгә егеттәр килде” тигән комедия ҡуйҙырыуы тураһында белә инем инде. Әле бына академия театры быйылғы сәнғәт йылын уның “Рәйсә” исемле драмаһы менән башлай икән. Барҙыҡ унда. Ҡараныҡ. Әҫәр шул нефтселәр тормошонан. Рәйсә образында мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына хас булған хеҙмәт һөйөүсәнлек, эске һәм тышҡы матурлыҡ, ҡаршылыҡтарҙы еңеп йәшәү кеүек аҫыл сифаттар сағылдырыла. Әллә дуҫымдың тәьҫире көслө булды, мин дә академия театрында “Кәрлә йондоҙ” тигән сатирик комедия ҡуйҙырҙым. Нәжиб Асанбаевтың шатланыуы минекенән артыҡ булғандыр, бәлки. Был инде уның кешелеклелеге менән бәйле.
Нәжиб Асанбаев алтмышлап сәхнә әҫәре яҙҙы. Улар Башҡортостанда, Татарстанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа сәхнәләрендә лә ҙур уңыш менән бара. “Ҡыҙыл паша”, “Зәки Вәлиди” тигәндәре барлыҡ ғәрәп илдәрендә сәхнә алтыны булып балҡыны.
Донъя күләмендә дан ҡаҙанған Нәжиб Асанбаев образы күңелдәрҙә яҡтылыҡ символы булып йәшәһен!