Түләүҙәр арта02.04.2013
Рәсәй Президенты В. Путиндың Указына ярашлы, 18 йәшкә тиклемге инвалид балалар һәм бала саҡтан I группа инвалидтарын тәрбиәләүсе эшләмәгән ата-әсәләргә һәм опекундарға айлыҡ түләүҙәр арттырыласаҡ.

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, беҙҙең республикала түләүҙәр, Урал коэффициентын да иҫәпләп, 1 380 һумдан 6 325 һумға тиклем тәшкил итәсәк. Бала саҡтан I группа инвалидтарын һәм инвалид балаларҙы тәрбиәләгән хеҙмәткә һәләтле 12 747 кешенең 6 898-е (ата-әсәләр һәм опекундар) айлыҡ түләүҙәрҙе юғары күләмдә алыу хоҡуғына эйә. Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, айлыҡ түләүҙәр ошо йылдың 1 ғинуарынан арттырылып, апрель айынан түләнә башлаясаҡ, өҫтәмә тулы күләмдә биреләсәк.
Шуныһын да иҫәпкә алырға кәрәк: әгәр инвалид баланы атай-әсәй, опекун түгел, ә хеҙмәткә һәләтле, ләкин эшләмәгән кеше тәрбиәләһә, компенсация элеккесә 1 380 һум күләмендә ҡала.


Вернуться назад