Йылмайып-көлөп кенә30.03.2013
— Әйт әле, дуҫ, ҡатын-ҡыҙға ышанырға буламы?
— Була. Әйҙә ышанһындар...
***
— Улым, иҫеңдә тот: һәйбәт кеше тиһендәр өсөн һәр саҡ пунктуаль һәм һаҡ булырға тейешһең.
— Ниңә пунктуаль?
— Вәғәҙәңде һәр саҡ үтәргә кәрәк.
— Ә ни өсөн һаҡ?
— Бер ваҡытта ла вәғәҙә бирмәҫ өсөн!..
***
Ир кеше һатыусынан һорай:
— Кәңәш итегеҙ әле, шараптың ниндәйен алырға икән?
— Һеҙ анау торған ҡатын менән бергәме?
— Эйе.
— Улайһа араҡы алығыҙ...


Вернуться назад