Ауыл менән көләбеҙ30.03.2013
Төтәтеп кенә йөрөй

Был хәл 30 йыллап элек булған. Сәмиғулла ҡарт фермала бер өйөм эзбиз күреп ҡала:
— Оһо-о, өйҙө ағартырға шәп булды бит, әй. Ну, әбей ҡыуаныр инде!
Ул арбаһына арыу уҡ эзбиз тейәп ала ла атын һайт-һайтлап ҡыуып ҡайтырға сыға. Урау юлдан йөрөгәнсе тип, туранан — Таулы йылғаһы аша — үтергә була. Йәйгеһен тауыҡ кисеп сыҡмалы булһа ла, яҙғыһын ажғырып ята ул. Ҡарт оҙаҡ уйлап тормай, атын һыуға табан ҡыуа. Шул саҡ арттан берәү ҡысҡыра:
— Сәмиғулла ағай, эзбизең әрәм була бит!
— Аһ-аһ, нишләп улайтһын, ти!?
Шулай ти ҙә юлын дауам итә. Йылға уртаһында һыу арбанан аша. Шул саҡ эзбизташ шарт та шорт ҡайнай башлай, ап-аҡ пар күтәрелә. Быны күреп торғандар тәгәрәп ятып көлә икән.
Сәмиғулла ҡарт һыр бирмәй:
— Атым шәп, паровозмы ни! Төтәтеп кенә йөрөй.
Хәҙер ауылда берәйһе эзбиз алып торғанын күрһәләр: "Паровоз менән генә ҡайтаһың инде", — тип шаярталар.

Соҡороң һаймы?


Хәлиҙә апай күршеһенән бәҙрәф соҡоро ҡаҙҙыра. Уныһы тиҙ-тиҙ генә эшен бөтөрә лә, бер шешә сәмәйен алып, сығып һыҙа.
Хәлиҙә апайға соҡор оҡшамай. "Бигерәк һай ҡаҙған, ата ялҡау, эскесе! Быны ғына уҡыусы бала ла булдыра", — тип күршеһен әрләп йөрөй-йөрөй ҙә, көрәген алып, соҡорға үҙе төшөп китә. Эй, ҡаҙа ул, эй, ҡаҙа — арманһыҙ була. Соҡор тәрән генә булғас, сығам тиһә, буйы етмәй икән. Ҡысҡыра башлай, әммә уны ишеткән әҙәм юҡ. Бер сәғәт үтә, ике, өс... Көтөүҙән мал ҡайта. Хужабикәһенең тауышын ишетеп, һыйырҙары соҡор янына килә лә мөңрәшә башлай. Эңер төшә. Шул саҡ ҡапҡа тауышы ишетелә.
— Әһә-һәй!!! Ҡотҡарығыҙ, мин бында!
Әхирәте Клара килгән икән. Ул, баҫҡыс төшөрөп, ҡорҙашбикәһен сығара. Был хәбәр бөтә ауылға тарала. Шунан алып берәйһе соҡор ҡаҙа башлаһа: "Һай түгелме? Ана, Хәлиҙәгә әйт!" — тип көләләр.


Вернуться назад