Кешеләрҙең тормошона ҡарай-ҡарай иҫ китә...30.03.2013
— Гербта ике башлы ҡош
Ниңә ҡуйғандар яһап?
— Рәсәй илен бер баш менән
Булмай шул, улым, аңлап.

* * *
Йәшәүебеҙ тураһында
Хөкүмәт күрә сара:
Хаҡтар өҫкә менгән һайын
Беҙҙең хаҡ төшә бара.

* * *
Кешеләрҙең тормошона
Ҡарай-ҡарай иҫ китә:
Фәҡир иҫкене яңырта,
Бай яңыны иҫкертә.

* * *
— Күҙҙәргә ҡарап һөйләйем,
Ул — минең ҡылыҡ, — тине.
Тик Йомағол һөйләгәндә
Залдағы тыңлаусыларҙың
Күҙҙәре йомоҡ ине.

* * *
Ғүмер буйы үҙ халҡына
Хеҙмәт итеү турында
Ауыҙынан күбек сәсте...
Һыра һатҡан урында...

* * *
Балыҡ менән ҡай берәүҙәр
Оҡшаш бик тә:
Икеһен дә ҡойроҡ болғау
Алға илтә.

* * *
— Ҡыҙым, тормошҡа ла сыҡтың,
Өйҙәге холҡоң ташла:
Кәйәүҙән әйбер һораһаң,
Талашма, илай башла!
* * *
— Әйтегеҙсе, ҡайһы ерҙә
Ултыра мөдирегеҙ?
— Уны ултыртып ҡуйғанды
Һеҙ ҡасан ишеттегеҙ?

* * *
Әсә:
— Кейәүгә сығаһы булма,
Һин шул һалпыш ҡолаҡҡа!
Ҡыҙы:
— Ҡурҡма, әсәй, мин сыҡһам да,
Сыҡмайым бит оҙаҡҡа!

* * *
— Ҡалағыҙ ҙур, халыҡ һаны
Артҡандыр ул саманан?
— Юҡ, бер бала тыуыу менән
Бер ир ҡасҡан ҡаланан.

* * *
"Ниңә ҡартҡа сыҡҡан?" — тиеп,
Һорама — тот иҫеңдә:
Ҡыҙҙың бөтә мөхәббәте
Ҡарт кеҫәһе эсендә.

* * *
Ир:
— Миңә былай ҙа оҡшайһың,
Биҙәнмәһәң дә ярар...
Ҡатын:
— Үҙеңде генә уйлама,
Эштә лә бит ир-ат бар.

* * *
— Бер ни һорамай ҡатыным,
Яратам шуға күрә.
— Минеке лә һис һорамай,
Бойороҡ ҡына бирә.

* * *
— Ике абышҡаһы бар, тип
Таратҡандар һүҙ-хәбәр.
Ысынмы ошо, Ҡәмәр?
— Ҡалманы һис түҙерем:
Берәүһе бит — үҙ ирем!


Вернуться назад