Республиканың төп өс йылғаһы – Ағиҙел, Дим, Ҡариҙел бассейндарында һыу запасы башҡа йылдағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда байтаҡҡа күберәк. Был, әлбиттә, яуым-төшөмдөң күләменә бәйле. Шуға һыу кимәленең күтәрелеүе уртасанан юғарыраҡ буласаҡ. Ташҡын апрелдең тәүге аҙнаһында башланыр, тип фаразлай белгестәр.
Башҡортостан Хөкүмәтендә ташҡынға ҡаршы республика комиссияһының сираттағы ултырышы булды. Уны Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт хәүефһеҙлеге советының ведомство-ара секретары Марат Мәһәҙиев алып барҙы. Ултырышта комиссия ағзалары республикала яҙғы ташҡынға әҙерлек хаҡында һөйләне, саралар планын ҡараны.
Комиссия ултырышында республикалағы ҡалалар, тораҡ пункттар, хужалыҡ объекттары, гидротехник ҡоролмалар, инфраструктураның быйылғы яҙғы ташҡынға әҙерлеген тикшереү кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Ул башланыуға тиклем һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған объекттарҙы һәм ҡоролмаларҙы барлау, боҙ иреүен даими контролдә тотоу, санитар-гигиена саралары комплексы үткәреләсәк.
Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса Башҡортостан идаралығы начальнигы Анна Козаева белдереүенсә, ташҡын көслө буласаҡ.
— Апрелдең тәүге көндәренән үк йылытасаҡ. Көндөҙ һауа 5 – 6 градусҡаса йылытһа, төндә 0 тирәһе буласаҡ. Шуға ла ҡар бик тиҙ ирейәсәк. Башҡа йылдар менән сағыштырғанда, әлеге һауа торошо 2007 йылға оҡшаш. Быйыл йылға-күлдәрҙә боҙҙоң ҡалынлығы 50 – 60 сантиметр тирәһе. Ҡарҙа һыу запасының күп булыуы һағайта. Боҙ китеүенә килгәндә, ул Ағиҙелдә 5 – 16, Нөгөштә 18 – 24, Ҡариҙелдә 5 – 11 апрелдә буласаҡ тип фаразлайбыҙ, – тине ул.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы Валерий Хисаметдинов билдәләүенсә, 23 районда 150-гә яҡын ауылды һыу баҫыуы ихтимал. Шуға ла халыҡ араһында аңлатыу эше алып барыу мөһим. Кәрәк икән, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ярҙамға сығырға әҙер.
Сарала йыл да ташҡын хәүефе янаған райондарҙың хакимиәт башлыҡтары менән “он-лайн” бәйләнеш булдырылды. Мәҫәлән, Йәрмәкәй районында ташҡынға әҙерлек барышы менән таныштыҡ. Былтыр был районда көслө ташҡын күҙәтелде. Зыян күләме 50 миллион һумға барып баҫҡайны. Һыу бер тәүлек эсендә ҡалҡып, халыҡҡа ҙур зыян килтерҙе. Йәрмәкәй, Рәтамаҡ, Исламбахты, Әбделкәрим ауылдарында 600-ҙән ашыу йорт һыу аҫтында ҡалғайны. Ошондай хәл ҡабатланмаһын өсөн быйыл ҙур тырышлыҡ һалына. Исламбахтыла меңдән ашыу, Йәрмәкәйҙә 600-ҙән ашыу кешене эвакуацияларға әҙерҙәр. Һыу баҫҡан хәлдә, халыҡты йәйге лагерға һәм мәктәпкә урынлаштырасаҡтар. Былтыр халыҡ хәүефһеҙ урынға күсенеүҙән баш тартҡан, шуға әле аңлатыу эше алып барыла, мал-тыуарҙы ваҡытлыса хәүефһеҙ урынға күсереү мөмкинлеге лә бар.
Ҡыҫҡаһы, һәр ҡайҙа ташҡынға әҙерлек юғары кимәлдә булырға тейеш — ул ғәмһеҙлекте, мыштырлыҡты ғәфү итмәйәсәк.