11 апрелдә киске сәғәт 7-лә юлдаш телеканалында Башҡортостан Президенты менән һөйләшеү көтөлә. Республика етәксеһе тура бәйләнештә халыҡтың һорауҙарына яуап бирәсәк.
Рөстәм Хәмитовҡа бөгөн үк мөрәжәғәт итергә мөмкин. Башҡортостан Президенты серверында
[email protected] тигән махсус электрон почта адресы барлыҡҡа килде. Һорауҙарҙы республика башлығы шәхсән үҙе ҡараясаҡ, иң ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтлеләренә тура эфирҙа яуап бирәсәк. Бындай форматта Рөстәм Хәмитов тәүге тапҡыр ғына һөйләшмәй. Тура бәйләнеш бишенсе мәртәбә уҙғарыла. Һәр кеше тура эфирҙа Башҡортостан Президентынан үҙ һорауына яуап алыу мөмкинлегенә эйә.