(Н.В. Асанбаев)
Ватан һәм донъя мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, күренекле прозаик, шағир, драматург, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ҙур йәмәғәт эшмәкәре Николай Васильевич Асанбаев (Нәжиб Асанбаев) 92-се йәшендә вафат булды.
Н.В. Асанбаев 1921 йылдың 7 ноябрендә Башҡортостандың Баҡалы районындағы Ахман ауылында тыуған. 1939 йылда Өфө финанс техникумын тамамлағандан һуң К.А. Тимирязев исемендәге Башҡортостан педагогия институтына уҡырға инә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та Нәжиб Асанбаев Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла, Рязань артиллерия училищеһын тамамлай. Ул етәкселек иткән артиллерия батареяһы Воронеж, Калинин, Брянск, Беренсе Балтик фронттарында ҡаһармандарса һуғыша. Н. Асанбаев ике тапҡыр ауыр яралана.
Һуғыштан һуң Нәжиб Асанбаев тулыһынса публицистикаға, ижади һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенә бирелә. ХХ быуаттың 60-сы йылдарынан башлап ул заманса милли драматургияны үҫтереүҙә әүҙем ҡатнаша. 1963—1965 йылдарҙа Башҡорт академия драма театры директоры булып эшләй. Тормош тәжрибәһе, ижади көс-дәрте һәм әҙәби таланты Башҡортостан Яҙыусылар союзында, Тыныслыҡты яҡлау комитеты идараһында, Башҡортостан Республикаһының Президент Советында эшләгән йылдарҙа ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә була.
Николай Васильевич ватан һәм милли драматургияны үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Уның ижады башҡорт драматургияһы классикаһы һәм республикалағы күп милләтле мәҙәниәттең сағыу кәүҙәләнешенә әүерелде. Нәжиб Асанбаев тарафынан ижад ителгән әҫәрҙәр башҡорт әҙәбиәтенең һәм театрының алтын фондына инде. Совет дипломаты, яҡташыбыҙ Кәрим Хәкимовтың яҙмышы тураһында һөйләгән “Ҡыҙыл паша” пьесаһы улар араһында айырым урын биләй. Уның буйынса ҡуйылған фильм-спектаклде 22 ғәрәп иле тамашасылары ҡараны. Н. Асанбаевтың әҫәрҙәре — “Ҡанаттар нығынғанда”, “Ҡыҙыл паша” драмалары, “Беҙгә егеттәр килде”, “Кәләш әйттергәндә”, “Күктән төшкән бәхет”, “Һыу юлы”, “Киң урамдар тар ине” комедиялары, “Рәйсә”, “Фәйзи”, “Алтын бишек”, “Таң йондоҙо”, “Зәйтүнгөл”, “Көҙән башҡорто” пьесалары һәм башҡа бик күптәр республика театрҙары репертуарының йөҙөк ҡашына, бик күп быуын тамашасыларҙың яратҡан спектаклдәренә әүерелде.
Нәжиб Асанбаевтың эшмәкәрлеге дәүләт тарафынан юғары баһаланды. Ул — Башҡорт АССР-ының, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Н.В. Асанбаев I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ, Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев ордендары менән бүләкләнгән.
Һоҡланғыс шәхес, башҡорт халҡының данлы улы, күренекле драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Р.З. Хәмитов, К.Б. Толкачев, Р.С. Ноғоманов, В.А. Балабанов, А.П. Трухан, Л.С. Ғүмәрова, С.Т. Сәғитов, И.А. Тажетдинов, Р.Т. Бикбаев, Ә.И. Шафиҡова, Ә.С. Ғаязов, Б.Н. Мелкоедов, И.И. Ялалов, А.Г. Андреев, С.А. Бәхтиәров, Ә.Ә. Абушахманов, Р.М. Әсәҙуллин, Ф.М. Бүләков, Ф.С. Ғафаров, Н.Ә. Ғәйетбаев, Й.С. Ильясова, Н.И. Ирсаева, Г.А. Мөбәрәкова, Н.С. Мусин, М.И. Рабинович, С.С. Сәйетов, Р.Ғ. Тойғонов, Х.Ғ. Үтәшев, О.З. Ханов, М.А. Чванов, Р.З. Шәкүров (Р. Шәкүр), А.М. Шаммазов, Г.А. Юнысова.