Гәзит-журналдарға яҙылам да ул…29.03.2013
Гәзит-журналдарға яҙылам да ул…(«Почтаны ябабыҙ, тиҙәр», 2013 йыл, 2 февраль)

Гәзит-журналдарға, бигерәк тә милли баҫмаларға яҙылыуҙың кәмеүе тураһындағы “Почтаны ябабыҙ, тиҙәр” тигән мәҡәлә борсолоуҙарҙы арттырып ебәрҙе. Был хат Ғафури районының Йөҙимән ауылы халҡы исеменән килгән.
“Үҙебеҙ халыҡтың көнкүреш шарттарын яҡшыртыу тураһында һөйләйбеҙ, ә үҙебеҙ шуның киреһен эшләйбеҙ түгелме?” – тип яҙа, оло хафаға төшкән ауыл халҡы. Һәр хәлдә, почта бүлексәләренең эшмәкәрлеге — республика халҡының күңелен борсоған төп проблемаларҙың береһелер ул.
Әйтәйек, беҙҙең Нефтекама ҡалаһы — йәш, иҡтисади йәһәттән үҫешкән, алға киткән, өмөтлө төбәктәрҙең береһе. Шуға ла тап беҙгә, йәшәйеш, көнкүреш шарттары иң яҡшыларҙан булырға тейеш кеүек. Әлбиттә, ҡалабыҙ — бихисап йүнәлеш буйынса күптәргә миҫал, беҙҙән өйрәнәһе тәжрибә һанап бөткөһөҙ. Шулай ҙа “аҡһаған” урындар ҙа юҡ түгел. Әлеге лә баяғы, шул почта хеҙмәтенең эшмәкәрлегенә күҙ һалайыҡ. Әлбиттә, ошо көндәрҙә былтырғы йылға йомғаҡ яһау кәңәшмәһендә хеҙмәт уңыштары, киләсәккә пландар хаҡында матур итеп әйтелде. Уңыштар байтаҡ, әлбиттә. Почта бүлексәләренең хеҙмәтенән (ә улар барлығы 40-тан ашыу) Нефтекаманың меңәрләгән кешеһе файҙалана. Ниндәй генә төр эшмәкәрлек менән шөғөлләнмәй элемтә хеҙмәткәрҙәре! Магазинға йөрөйһө юҡ, һәр почта бүлексәһендә сәй, гигиена тауарҙары, һауыт-һаба һәм кер йыуыу порошоктары һәм башҡа ваҡ-төйәк әйберҙәр тулып ята. Ирекһеҙҙән һорау тыуа: элек-электән почта хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы – хат, посылка, матбуғатты таратыу түгелме ни? Әлбиттә, заман башҡа – заң башҡа. Шулай ҙа һәр ойошма үҙенең төп бурысын лайыҡлы үтәргә тейештер бит!
Ҡалала һуңғы йылдарҙа ваҡытлы матбуғатҡа, бигерәк тә милли баҫмаларға, яҙылыу ҡырҡа кәмене. Был аңлашыла ла, сөнки мәғлүмәт технологиялары киң үҫеш алғанда, халыҡтың күп өлөшө Интернетҡа, электрон баҫмаларға өҫтөнлөк биргәндә, кеҫә телефоны, скайп аша аралашҡанда, почтаның кәрәге лә аҙҙыр, тип аҡланырға тырышыр күптәр. Ләкин халыҡтың барыһы ла был төр хеҙмәттән файҙаланмай, бигерәк тә урта һәм оло быуын кешеләре. Типография буяуы аңҡып торған гәзит һәм журналды алдырып уҡыусылар әле лә йәмғиәттең ҙур өлөшөн тәшкил итә.
Ә инде матбуғатҡа яҙылыу һәм таратыу мәсьәләһенә килгәндә, хәлдәр былайыраҡ тора: күптәр гәзит-журналға почта аша һәм уның хеҙмәткәрҙәренең өгөт-нәсихәте менән яҙылыуға күнеккән. Ваҡытлы матбуғатты почта аша алдырыу һаҡланһа ла, уның хеҙмәткәрҙәренең халыҡты өндәүе, өгөтләүе һуңғы ваҡытта айырыуса һүлпәнәйҙе. Бәлки, был юҫыҡта хәҙер уларҙы дәртләндереү саралары ла күрелмәйҙер.
Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙың кәмеүенең төп сәбәптәренең береһе почтальондарҙың гәзит-журналды ваҡытында таратмауына ҡайтып ҡала.
Үҙем менән булған һуңғы ике-өс йылғы ваҡиғаларҙы ғына телгә алам. “Башҡортостан” гәзитен алдырмаған йылым юҡ, уны көн дә ҡулыма алып уҡып сығырға күнеккәнмен. Әммә һәр яңы йыл ғауға менән башланып китә. Ғинуар айында, ғөмүмән, “Башҡортостан” ҡулыма эләкмәй. Почта бүлексәһенә барып тикшеренә башлағас, ундағы хеҙмәткәрҙәр беҙҙе хеҙмәтләндергән почтальондың көн дә гәзитте алып китеүен әйтте (аҙаҡ асыҡланды, почтальон ҡатын гәзиттәрҙе төргәге менән сүп контейнерына ташлап китә икән...). Артабан ҡаланың почта начальнигына юлланам. Ләкин уны урынында бик тотоп булмай, секретарь ҡыҙ барыһын да «хужа»ға еткерәсәген вәғәҙә итеп ҡала. Тағы — пауза, гәзит һаман юҡ...
Начальник әфәндегә шылтырата башлайым. Йә тотоп булмай, йә секретарь ҡыҙ: “Һеҙҙең мәсьәләгеҙ хәл ителә”, — тип ҡоро ғына яуап бирә.
Аптырағас, ҡала хакимиәтенә барып, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарына мөрәжәғәт итергә мәжбүр булам. Ул мәсьәләне хәл иткәс кенә, мин февраль аҙаҡтарында гәзиттәрҙе ала башланым. Ләкин көн дә түгел, аҙнаһына бер тапҡыр ғына…
Был иҫ киткес битарафлыҡтан шаҡ ҡатып, почтальонды ҡарауыллап, гәзит-журнал таратҡан мәлдәрен тура килтерергә тырышып, почта йәшниге янында көтә башлайым. Ниһайәт, бер көн осрашабыҙ. Ҡәтғи генә һөйләшеп алғандан һуң, гәзиттәр миңә көн дә килә башлай… Бер аҙға тиклем. Күп тә үтмәй, улар тағы ла һуңлап йә йыйылып килә. Тарих тағы ла ҡабатлана…
Бына шулай даулашып гәзит-журнал алдырып уҡыйбыҙ. Ә бит ошондай хәлдәр бер минең менән генә түгел, таныштарым, хеҙмәттәштәрем, туғандарым араһында ғына ла күпме кеше гәзит-журналды ваҡытында алдырып уҡый алмай. Шуға ла ваҡытлы матуғатҡа яҙылыусыларҙың аҙайыуына аптырайһы түгел.
Бигерәк тә милли баҫмаларға яҙылыуҙың кәмеүе йөрәкте әрнетә. Был, әлбиттә, халҡыбыҙҙың милли аңы үҫешенән дә торалыр. Әлбиттә, бөгөн милли гәзит-журналдарҙы башлыса иң тоғро уҡыусылар ғына алдыралыр. “Беҙ былай ҙа гәзиткә яҙылабыҙ, был турала артыҡ һөйләп тормаһаҡ та була”, — тиеүселәр ҙә барҙыр. Эйе, үҙ халҡына, милләтенә, еренә, иленә тоғроларҙы хөрмәт итәм һәм уларҙың хеҙмәте алдында баш эйәм. Шулай ҙа милли матбуғатҡа яҙылыу мәсьәләһенә килгәндә, минеңсә, беҙгә тағы ла иғтибар итәһе проблемалар бар әле.
Илһөйәр, лайыҡлы шәхес булып ҡына ҡалыу әле аҙыраҡ, алтын мираҫыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу, уны киләсәк быуынға ла еткереү өсөн һәр беребеҙ ҡулынан килгәнсә өлөш индерергә тейеш.
Баҫмаларға яҙылыу — уға ҡарата беҙҙең мөнәсәбәттең бер күрһәткесе генә. Ә бит тап баҫмалар аңыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, мәғрифәтебеҙҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, улар — асылда рухи байлығыбыҙ.
…Ирекһеҙҙән башҡорт һәм татар йырын башҡарыусыларҙың “Дуҫлыҡ моңо” халыҡ-ара фестивале иҫкә төшә. Уның эшендә (фестиваль 1991 йылдан башлап уҙғарылып килә) бына ике тиҫтә йылдан ашыу миңә ойоштороусы булараҡ ҡатнашырға тура килә. Халыҡ-ара фестиваль булғанға, бәйге донъя күләмендәге башҡарыусыларҙы йыя: конкурсҡа Төркиә, Финляндия, АҠШ, Йемен, Сүриә, Мысыр, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм башҡа төбәктәрҙән бихисап башҡорт, татар үҙешмәкәр башҡарыусылар килә. Таң ҡалдырғаны шул: сит ҡитғаларҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ саф башҡортса йә татарса һөйләшә. Ә бит бик күптәренең ата-бабалары үткән быуат башында уҡ сит илдәргә күсеп киткән, әммә улар туған телде онотмай, нисә быуын уны ҡәҙерләп һаҡлап, ошо көндәргә тиклем ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә еткерә алған.
Ситтән килгән милләттәштәребеҙ менән аралашҡанда телмәрҙәренең сафлығына хайран ҡалаһың, лексикондарында сит тел һүҙҙәре юҡ. Телгә, мәҙәниәткә, ғөмүмән, милләткә ҡағылған һәр нәмәгә бик һаҡсыл мөнәсәбәттәләр. “Рәхәтләнеп милли баҫмаларыбыҙҙы Интернет аша уҡыйбыҙ, “Юлдаш”ты ла тыңлайбыҙ”, — ти улар. Бигерәк тә сит илдә йәшәүсе милләттәштәребеҙ өсөн беҙҙең китаптарыбыҙ, гәзит-журналдарыбыҙ ҡәҙерле. Улар ҙур теләк менән беҙҙән күпләп матбуғат материалдарын алып ҡайтып китә. Бына бит уларҙың халҡына, милләтенә, теленә һөйөү-хөрмәте быуаттар аша ла һүрелмәй, һаҡлана. Тимәк, ошо төшөнсәләрҙе, сит ҡитғаларҙағы милләттәштәребеҙ кеүек, күҙ ҡараһындай һаҡларға һәм өҙөлөп яратырға, халҡыбыҙға, телебеҙгә тоғро ҡалырға өйрәнергә кәрәк.


Вернуться назад